Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-12-2013, 11:57 | Категория: Авторҙар / Минең ғаиләм / Тәржемәләр

Просмотров 1 740
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2013
Рубрика:Авторҙар / Минең ғаиләм / Тәржемәләр
Исеме:Әсәйҙең күбәләктәре
Автор:Душан Джуришич
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина Әхмәҙуллина
Әсәйҙең күбәләктәре/Душан ДЖУРИШИЧ

— Әсәй, беҙ балалар баҡсаһында байрамға уйын әҙерләйбеҙ! — тине ҡайтып инеү менән Санъяр. — Мин күбәләк булам.
— Әсәкәйем, мин дә күбәләк булам, — тине Даян. — Ошолай итеп осам. Ҡара әле миңә!
Даян, ҡулдарын ҡанаттарҙай йәйеп, күҙгә күренмәгән сәскәләрҙе еҫкәгән булып, бүлмә буйлап әйләнде.
— Ярай, күбәләктәрем минең, — тине әсәләре. — Осоп ҡына кибеткә барығыҙ ҙа икмәк алып ҡайтығыҙ.
— Уй, әсәй! — тип көйһөҙләнде Санъяр. — Бәләкәй генә күбәләк ауыр икмәкте нисек күтәрһен?
— Санъярҡайым, — тип йылмайҙы әсәһе. —Ул күбәләктәр уйынсыҡтарҙы ла йыйыштыра алмаҫ инде, ә?
— Алмаҫ, алмаҫ.
— Бауҙан кипкән керҙе лә алып инергә ярҙам итмәҫтәрме икән?
— Юҡ, ярҙам итмәҫтәр ул.
— Нимә эшләй белә һуң улар, Даян?
— Осоп йөрөп урамда кискә тикле уйнай беләләр.
— Күбәләктәрем, улайһа, барығыҙ уйнарға, — тине әсәләре сабыр ғына.
Санъяр менән Даян уйнарға йүгерҙе. Аталары кис ҡайтып ашарға саҡырғансы уйнанылар. Санъяр — атаһының бер ҡулынан, Даян икенсе ҡулынан етәкләп өйгә инделәр
— Сәләм! — тине атаһы әсәһенә. — Ашарға нимә бар?
— Помидор һурпаһы, иҙелгән картуф менән ҡурылған ит, өсөнсөгә — баллы ҡоймаҡ, — тине әсәһе тыныс ҡына.
Даян помидор һурпаһын бик ярата, ә Санъяр — баллы ҡоймаҡты. Әсәләре шуны ҡайҙан белгән, ә? Малайҙар ҡул йыуырға йүгерҙе.
— Атаһы, ә һин беләһеңме әле ни булғанын? Санъяр менән Даян күбәләккә әйләнде. Шуға ни кибеттән икмәк тә алып ҡайтманылар, ни уйынсыҡтарын да йыйыштырманылар. Хәҙер, күбәләк булғас, ашай ҙа алмаҫтар инде…
— Ысынмы? — тип аптыраны аталары. — Улай булғас, тәмле аштарҙы еҫкәп булһа ла йөрөһөндәр һуң?
— Әсәкәйем, — Даяндың тауышы саҡ-саҡ ҡына ишетелде. — Уйынсыҡтарҙы хәҙер йыйыштырам.
— Ә мин бауҙан кипкән керҙе алып инәм, — тине Санъяр.
— Бәй, һеҙ күбәләк түгелме ни? — тигән булды әсәләре.
— Юҡ, әсәкәйем, инде беҙ күбәләк түгелбеҙ, — тине Даян.
Санъяр ҙа өҫтәне:
— Шаярттыҡ ҡына ла һуң! Инде беҙ баяғы Санъяр менән Даян.

Балалар! Душан Джуришич — Черногорияла йәшәүсе балалар өсөн шиғырҙар, хикәйәләр яҙа. Башҡорт балаларына Черногориялағы тиҫтерҙәренән күп сәләмдәр еткерә ул.

Тамара Искәндәриә тәржемәһе.
Рәссам Ирина Әхмәҙуллина.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар