Беренсе класҡа барыусы ҡыҙға/Фәниә Чанышева
Баҫылды : 3-09-2013, 17:10 | Категория: Байрамдар / 1 сентябрь
Просмотров 1 492
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:9-2011
- Рубрика:Байрамдар / 1 сентябрь
- Автор:Фәниә Чанышева
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Артур Василов
Сәстәреңә ҡунған аҡ күбәләк,
Шатлыҡ осҡондары күҙеңдә;
Аҡ алъяпҡыс, аҡ сәскәләр менән
Күбәләккә оҡшаш үҙең дә.
Ашҡына ла, талпына ла бөгөн
Леп-леп типкән кескәй йөрәгең.
Оҙатаһың изгеләрҙән-изге
Сабыйлыҡтың һуңғы көндәрен.
Юйылмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалыр,
Мәктәптәге тәүге көнөңдән.
Яуырыныңа күрә йөгөң дә бар,
Һин яуаплы кеше бөгөндән!
Оло юлға һине оҙата бара,
Аҙым һайын йылы ҡараштар.
Илем мөхәббәтен бүләк итә,
Сәләм бирә гөлдәр, ағастар.
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар