Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 5-05-2014, 00:47 | Категория: Яңылыҡтар

Просмотров 1 104
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2014
Рубрика:Яңылыҡтар
Исеме:Баянсылар менән гармунсылар ярышты
Автор:Гөлшат Рәйесова.
Район:Салауат
Ауыл:
Рәссам:

19 апрелдә Балаҡатай районында баянсыларҙың һәм гармунсыларҙың В. Декало исемендәге "Көмөш планка” тигән III зона конкурсы булды.
Конкурс төрлө йәш категорияһына бүленгәйне. Ололар араһында Мәсетле мәҙәниәт йорто мөдире Юлай Тажиев – 2-се, художество етәксеһе Рөстәм Хәкимов 1-се урынды алды. Дуэтта ла яҡшы сығыш яһаны улар.
Малаяҙ сәнғәт мәктәбе тәрбиә­ләнеүселәре лә уңышлы сығыш яһаны. 3-сө класс уҡыусылары Станислав Низаметдинов (преподавателе – Илнур Вәлиев), Илнур Абдрахманов (преподавателе Айҙар Мөфтәхов) уртансы төркөмдә сығыш яһап, лауреат исемдәрен яуланы. Станислав – I дәрәжә, Илнур II дәрәжә Диплом менән бүләкләнде (һүрәттә). 
Өфөнән килгән жюри һәр яҡлап баһаланы: инструментта техник яҡтан уйнауҙы һәм преподавателдәрҙең эшен дә. Инструментта уйнау оҫталығына жюри ғына хайран ҡалманы, тамашасылар ҙа, башҡа сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары ла, мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре лә. 
Балаларға тапшырылған Дипломдар сәнғәт училищеһына имтиханһыҙ инеү өсөн билет та булып тора. 
Афарин, Илнур мәнән Станислав!
 
Гөлшат Рәйесова.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар