Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-06-2014, 14:49 | Категория: Авторҙар / Минең ғаиләм

Просмотров 943
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2014
Рубрика:Авторҙар / Минең ғаиләм
Исеме:Тешләне
Автор:Сафуан ӘЛИБАЙ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Глеб Голубев

Айбулат кәнфит ярата,

Тиҙ генә ҡаба һала.

Йәшереп кенә ҡуйһаң да,

Эҙләнеп таба һала.

 

Бына тағы ҡайҙа шылды,

Ул тып-тын баҫып ҡына,

Моғайын, кәнфит ашайҙыр,

Мөйөшкә ҡасып ҡына.

 

…Көтмәгәндә ни булды һуң? —

Килеп сыҡты сырылдап,

Бармағын күрһәтә үҙе,

Бер сәбәпһеҙ зар илап.

 

— Ниңә шулай аҡыраһың,

Бармағың һуң нишләне?

— Ауырттырҙы бармағымды,

Ауыҙым, — ти, — тешләне…

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар