Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-06-2014, 15:07 | Категория: Авторҙар / Минең ғаиләм

Просмотров 930
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2014
Рубрика:Авторҙар / Минең ғаиләм
Исеме:Яҙа белмәгәс…
Автор:Сафуан ӘЛИБАЙ
Район:
Ауыл:
Рәссам:


 

 

Бейеш әйтә: «Ручкам насар,

Бер ҙә матур яҙмай, — ти, —

Өр-яңыны һатып алам,

Әсәй, аҡса давай», — ти.

Яңыны алғас та, яҙыу

Үҙе төҙәлмәй икән:

Бер юлдан икенсе юлға

Хәрефтәр ҡолап төшкән.

«Быныһынан да бөтөнләй

Хәрефтәр зәғиф сыға!..» —

Тип үсегеп, яңыһын да

Тағы һындыра һуға.

Күрәһегеҙ, тырт-мырт килеп,

Көндәр үткәрҙе Бейеш,

Матур яҙырға ни уға

Йүнле ручка юҡ, имеш.

Бейеш кеүектәргә, дуҫтар,

Бар минең кәңәш һүҙем:

Үсекмә инде ручкаға,

Яҙа белмәгәс үҙең?!

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар