Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

ҠЫЯУЫҠ

03.12.20 | Раздел: Ижад / Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар | Просмотров: 307 | Автор: admin1 | Ошибка?
Бер балыҡҡа оҡшаттым мин
Ауылымдың һүрәтен,
Рәхмәт һиңә, Ер юлдашы,
Уны күктән күрһәттең!
Оло урам – умыртҡаһы,
Арт урамда – ауыҙы.
Ауыл осон яңғырата
Бала-саға ауазы.
Һырт буйында, йөҙгөстәрҙәй,
Үҫкән ерек ағасы.
Ҡыяуығым, һайыҡмай тор,
Һиңә әле ағаһы,
Тыуған ерҙән ҡеүәт алып,
Көс алып тарихтарҙан...
Әүлиәле яҙмышыңа
Хаҡтар ҡуймайыҡ арзан.
Балыҡ булғас, өнһөҙ микән?
Юҡ, түгелдер ул өнһөҙ!
Шулай уҡмы ауыл бөтөр,
Ҡалыр киләсәк көнһөҙ?
Бөтөргә һин уйламай тор,
Уйламай тор бер юлға!
Йөҙ әле, йөҙ, ауыл-балыҡ,
Аҡ әле, аҡ, Аҡ йылға!

Һүрәттәрҙә:
Әүлиә зыяраты. Уҫаҡлы Морон, унан Өс Уҫаҡ исемдәренән һуң Ҡыя Уҡ (1749 ревиз яҙмаларында) тип аталған ауыл. Ишембай районы.

Бүгәс яуына тиклем үк бында, Ҡыяуыҡ йылғаһының бер ярынан икенсеһенә ҡыялатып уҡ атышыу ярыштары уҙған. Легенда буйынса, исемһеҙ йылғаны шунан һуң Ҡыя уҡ атышҡан йылға тип йөрөтә башлағандар, аҙаҡ шул атама Уҫаҡлы Морон утарына ла ҡарата әйтелә. Урыҫтар перепись үткәрергә килгәс, Ҡыяуыҡты үҙҙәренсә Кияук тип алған. Хәҙерге грамотейҙар иһә ауылды онлайн-картала Кейәүкәй тип үҙ белдектәре менән үҙгәрткән.
Эй Аллам, ошолайтып кеше башын бутап-бутап яҙыла шул ул тарих...
(голосов: 1)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ