Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

ТИМЕР БЫУАТ

09.12.20 | Раздел: Тамара Искәндәриә. Поэмалар / Рух көмбәҙе | Просмотров: 538 | Автор: admin1 | Ошибка?

“Саңҡ!”
“Саңҡ!”

Тимер тәме килә,Тимер тәме
Уртлап ҡына алған һыуымдан.
Ә күңелем,
Нисә утта янып,
Нисә һандалдарҙа
Һыуынған...
Тимер менән уратылған донъя...
Башың тартып ҡара
Тимерҙән!
Ошо тимер түгелме ни инде
Барса хыялымды 
Емергән?
- Юҡсы, унһыҙЙәшәү була тиме?
Тимер еҫе – хатта һауала.
Ҡаныбыҙға
Һеңгән тимер тәме,
Тимер – ҡорал,
Тимер – дауа ла!..
Ҡаныбыҙҙа тимер етмәгәнгә
Беҙ ҡалғанбыҙ гүйә ҡоралһыҙ!
...Шулай итеп
Ағай, апай менән
Гәп һатабыҙ,
Бәхәс ҡорабыҙ.
Нимә ул ҡан?
Ул бит быуаттарҙан
Һиңә тапшырылған 
Хазина.
Хоҙай үҙе,
Сик-самаһын белеп,
Һәр матдәне һалған 
Ҡаныңа...
Кислородты, бер хеҙмәтсе кеүек,
Тарата бит тимер
Ҡан буйлап...
Ай-һай, тимен,
Тамыры тәрән икән,
Булмай икән бында 
Һай уйлап.
Тимер тимә тимер...
Уйҙар ебе
Быуаттарға барып тоташа.
Фекер уғым
Мине алып осто
Яу яланы, үлем, ут аша...
Осҡан һайын
Минең ҡарашымда
Яңы манзаралар асылды.
Асты улар,
Йөрәгемде ҡағып, -
Рух тарихы тигән 
Асылды.
  *  *  *
Фекер уғым
Ҡаурый ҡанатлы ла
Һәлмәк һәм төҙ
Ҡорос башаҡлы.
Башҡорт уғы, тиҙәр уны.
Фәндә
Башҡорт уғы инде —
Атаҡлы!
Башҡорт уғы осҡан 
Мысырҙа ла,
Дамаскты ла торған 
Ҡурсалап.
Тәре һуғыштарын 
Ҡайтарған ул,
Бәләләрҙән
Ерҙе 
Арсалап.
Француз яуын әйтеп тораһы юҡ,
Иҫкә төшөр “төнъяҡ амурын” –
Башҡорт уғы
Баҫҡынсыға етеп,
Башҡарылған
Хоҙай әмерен!
Әйтәләр, бер йорттоң 
Ҡыйығында,
Һаҡлап изге һуғыш ҡомарын,
Европаға бер аманат ҡалған -
“Башҡорт уғы” тигән ҡомартҡы... 
...Ләкин беҙ 
Ситкәрәк киттек.
Уҡ бит
Осто төпкөлөнә 
Ваҡыттың.
Осто уғым,
Дәүерҙәрҙе үтеп,
Ғәрәсәтен үтеп
Һыу-уттың...
*  *  *
Ағай, иҫләйһеңме, бала саҡта
“Ағиҙел”де бер саҡ уҡыныҡ
Ҡулдан-ҡулға йөрөтөп...
Аҡылыбыҙға
Тәьҫир иткәйне ул шундай ныҡ!
Хәтерләйем: ҡара хәрефтәре
Бик хикмәтле итеп баҫылған...
Шул хәрефтәр менән тырмаланып,
Һуғарылды беҙҙең асыл, аң.
“Урал батыр” унда баҫылғайны.
Журнал биттәренән ағылды
Тере, йәнле тарих!..
Тетрәндереп,
Йөрәктәргә беҙҙең ҡағылды.
Атай-инәй менән кәңәшләшеп,
Аңламаған ерен һорашып,
Һеңдерҙек беҙ башҡорт хиссиәтен
Осорҙарҙан 
Осорға ашып...
Ҡаршыбыҙға баҫты 
Тәүтормоштан
Йәнбикә лә менән Йәнбирҙе.
Ҡарашыбыҙ, күңел ҡарашыбыҙ  
Нух заманғы хәлгә йән өрҙө...

 *  *  *
 “Донъя-маҙар йыймаған,
Ҡашығаяҡ тотмаған,
Ҡаҙан аҫып, ҡамыр баҫып,
Улар донъя көтмәгән.
Ауырыу-һыҙлау күрмәгән,
Үлем барын белмәгән,
Барлыҡ нәмәгә үлем –
Үҙебеҙ, тип һанаған...” 
Бик боронғо хәлдәрҙән
Аҡылыбыҙ буҙара,
Күреп ҡалып шул дәүерҙән
Бөгөнгөгә ишара,
Аптырашта ҡалдыҡ беҙ:
  • Әсәй, кеше йыртҡысмы?
Мәңге йәшел тәбиғәткә
Үҙебеҙ ҡоротҡосмо?
Үҙебеҙ ҡоротҡосмо??
Әсә күңеленә ауыр:
Бәпләп һөйгән балаһы
Йөрәгенә нисек итеп
Шундай яра һалаһы?
  • Эй-й, балаҡайғыналарым!
  • Кеше – иң ҙур йыртҡыстыр...
  • “Мин!” дә “мин!” тиеп маһайыр –
  • Бар йәнгә ҡоротҡостор!..
  • Әсәй, йыртҡыс булғым килмәй!
  • Балам, ни хәл итәһең?
Итһеҙ нисек йәшәмәк тә,
Нисек донъя көтәһең?
...Ағай, иҫләйһеңме, иң беренсе
Ҡайғыбыҙҙы – игеҙ быҙауҙар
Үҫеп етеп, ҡураларға ингәс,
Һуймағыҙ, тип, һығылып илауҙар?..
Һары ғына бәпкәләргә ҡарап,
Һикереп йөрөгән бөҙрә бәрәскә,
Ҡыуанысым аша йөрәк өшөп,
Нисәмә ҡат индем бәхәскә,
ӘҘӘМ затым, һинең хәжәт менән!..
Өҙөлгәндә йәнлек ғүмере,
О, әҙәми йыртҡыс!
Бысағың бит –
Ҡанлы ихтыяжың тимере!..
* *  *
Раббым,
Һиңә ниңә кәрәк булды
Яралтырға Әҙәм балаһын?
Шулай уҡмы алдан төҫмөрләнең
Бәләләрен Ерҙең,
Болаһын,
Алдан билдәләнең 
Был донъяла
Әҙәмдең һин хужа булаһын?
Хужа?
Һуң бит,
Әҙәм быуат-быуат
Үҙен тота ҡараҡ бәндәләй.
Емерә, вата, урлай – шуғамылыр
Сиктәр менән үҙен билдәләй?
Раббым,
Мәрхәмәтле ҡөҙрәтеңә,
Бөйөк аҡылыңа сиктәр юҡ.
Башы-аҙағы юҡ заманыңдың,
Маҡсат-моратыңа биктәр юҡ.
Ниңә яралттың һин
Беҙҙең Ерҙе –
Сикһеҙлеккә хужа булғанда?
Бәлки, фараз ҡылдың,
Ни булыр, тип, 
Һөйөү менән донъя тулғанда?!!
Эйе, ҺӨЙӨҮ!
Һин яралттың УНЫ!
Оло бер моң итеп яһаның.
Шул моң менән
ЕРҘЕ хасил иттең,
Әҙәм тоҡомона йән һалдың
Һәм – күҙәттең...
* * *  
Башта тамсы булды.
Түп-түңәрәк
Тамсы ғына ине
Ер йәне.
Тартыу көсө лә юҡ,
Ҡайнар тосо,
“Атмосфера” тигән еләне –
Ер ғүмере әле алда ине,
Тик ниәте ине Хоҙайҙың.
Олуғ ниәт ине Күк йөҙөндә
Йөҙәсәге Ҡояш һәм Айҙың,
Барлыҡ йыһан оло бер тәртиптә
Ҡабул итәсәге Ер йәнен...
—      Һин ҡайҙан һуң быны белдең? — тиеп
Һорама ла, һеңлем.
Беләмен...
Ул тамсының һин дә ишетәһең
Көн дә, төн дә тынмай
Шаулауын.
Ҡаның бит ул һинең!
Тояһыңмы
Сал быуаттар аша
Даулауын?!
Нимә даулай,
Нимә көҫәй һуң ул?
Нимә елкендерә булмышты?
Нимә һуң ул –
Бөйөк мәғәнәгә
Эйә итә беҙҙең тормошто?
Яуап – берәү.
Һәм ул икәү түгел —
Яҡшылыҡтан беҙ бит яралдыҡ.
Яҡшылыҡты  Ерҙә таратырға
Тулҡын-тулҡын булып
Таралдыҡ!
“Саңҡ!”
“Саңҡ!”
Таң тыуа.
Көн аяҙ.
Уята ауылды
Бер ауаз.
“Саңҡ!” – ти ҙә
Саңҡылдай.
Ҡаҙҙар ҙа ҡаңҡылдай,
Ауазға ҡушылып.
Уяна бар ауыл.
Көн тыуа - имен, һау!
“Зың-зың-зың!” 
Быныһы күнәккә
Һауылған күперек һөт инде.
Мөъэлдәп, 
Моронон төрткөләп,
Быҙау ҙа еленде, шәт, имде.
Йүгерәм йәм-йәшел
Үләндән.
Салт ҡояш нур ҡоя
Түбәмдән.
Бәпкәләр ҡаршылай 
Бипелдәп.
Ҡолондар үтәләр 
Дөпөлдәп.
Йөрәгем дөпөлдәй 
Күкрәктә,
Зыу килә турғайҙар 
Тирәктә...
“Саңҡ!” – ти ҙә саңҡылдай 
Ул нимә?
Шул һорау  мейемде
Бит имә!
Йүгерәм шул тауыш 
Артынан,
Шаҡартма башына 
Артылам,
Ыҙандан шул яҡҡа 
Туңҡаңлап,
Баҫманан бәрәстәй
Ырғаңлап,
Төбәйем алыҫҡа 
Ҡарашты.
Яратып, ҡул болғай
Ҡарасҡы...
Үрмәләп иң һуңғы 
Кәртәгә,
Ингәндәй булам мин
Тәртәгә:
Аяҡты саға бит
Кесерткән!
Йә, нимә һуң мине
Кисерткән
Ошондай талпыныу,
Ашҡыныу?
Эй сабый хистәрҙең
Ташҡыны!
Шул хистәр түгелме
Донъяны
Гел алға этәргән,
Гел яңы
Офоҡҡа ынтылған
Аҡ елкән?
Баласаҡ артынан
Аҡ икән!
Үтһәң дә даръялар,
Ел-ямғыр,
Баласаҡ юлында
Гөл тамыр,
Һабағы – үҙе бер 
Ғүмерлек...
... Алдымда асылды
Тимерлек.
Бабайҙың киҙәнеп
Һуғыуын,
Тимерҙе, ҡыҙҙырып,
Һығыуын
Йәшенеп кенә мин
Күҙәтәм...
Ҡып-ҡыҙыл тимергә,
Түҙ, әйтәм...
“Саңҡ!” ти ҙә, бына ни
Саңҡылдай.
Юғалған ҡаҙ һымаҡ
Ҡаңҡылдай!
Бына кем таң менән 
Уй ата,
Бына кем ауылды
Уята!
Бына кем саң һуға
Ғәләмгә:
Эй, Кеше, китмәһен
Әрәмгә
Хоҙайҙың бирмеше
Бер көнөң!
Кәпшөндө башыма
Бөркәнәм,
Күҙәтәм тимерсе
Бабайҙы,
Тик шунда йөрәгем
Һағайҙы...
“Дөп” тә “дөп” дөпөлдәп,
Бышҡырып,
Һелкетеп сиҙәмде,
Ажғырып,
Зиңкетеп зиһенде,
Тертләтеп,
Тояҡтан ергә ут
Үртләтеп
Килгән бер толпарҙы
Мин күрҙем!
Хыялда ялдарын
Мин үрҙем!
...Хыялда ялдарын 
Мин үрҙем!..
* * *
  —   Толпар, һин ҡайҙан?
  •  Бейек асмандан,
Һинең хыялың күккә ашҡандан!
  • Толпар, һин ҡайҙан?
  • Диңгеҙ артынан,
Һине күрәм, тип, даръя артылам!
  • Толпар, һин ҡайҙан?
  • Ваҡыт ҡатламын,
Һине табам, тип, аша атлаймын!
  • Толпар, һин ҡайҙан?
  • Күрше аҙбарҙан.
Эй малай, булдың бит алабарман!
... Көлдө бөтәһе,
Көлдө эс тырнап.
Тимерсе Барый торҙо ла тыңлап,
Көрәктәй усын башыма һалды.
“Улым, менерһең бөгөн байталды.
Күрәм, ат йәнле икәнһең былай.
Миңә өйрәнсек булырһың бер ай.
Ярҙамың – миңә, белем – үҙеңә.
Диҡҡәт итә күр һәр бер һүҙемә.
Ҡабатламаҫмын, һис ятлатмаҫмын,
Бер үк һуҡмаҡтан һис атлатмаҫмын.
Күтәрә алһаң, күпер булырмын.
Тимер ҡыҙҙырыр күмер булырмын!”
Улмы аҙ һүҙле? Улмы һуң арый?
Һәр эшкә маһир 
Тимерсе Барый!
Күккә тейгәндәй булды бит башым!
Бынан һуң уят мине, ҡояшым!
“Саңҡ! Саңҡ!” итеп мин
Нурға ҡойонам.
Ауыл уяна сүкеш моңонан.
                * * *
... Барый бабай – күпте күргән кеше.
Үткән төрлө залим, золомдо.
Хәлле крәҫтиән булған хужаларға
Ул йылдарҙа зыян ҡылынды.
Диңгеҙҙәрҙә үтте һуғыш юлын,
Күрҙе матрос кемдең кемлеген.
Үҙ ереңә еткән ер юҡлығын,
Киң булһа ла Рәсәй киңлеген...
Диңгеҙ ярһыу, әммә бармы көсө
Хоҙай ҡөҙрәтенә тиңләрлек?
Хоҙай ғүмер биргән ауылында
Ҡаршы алды уны 
Тимерлек.
Элек-электән бит 
Тимерлектәр
Ҡыҙыу тотҡан ауыл усағын.
Уҡ-һаҙаҡтар яһау тыйылғас та,
Ҡойоп һабан, тырма, бысағын...
 *  *  *
Уҡ-һаҙаҡтар...
Ауыл тимерлеге...
Йыйылыр урын барса ир-атҡа.
Кәрәк-яраҡ 
Яраштырған булып,
Ҡараш ташлап 
Уртаҡ моратҡа,
Гәп һаталар ауыл ир-аттары,
Элеккене байҡап, 
Бөгөндө,
Еңелерәк шулай тояһың бит
Яурыныңа ятҡан йөгөңдө!
Ә йөк – нимә?
Бөгөнгөһө менән
Бөтмәй бит һуң әҙәм ыҙғары!
Ана, болоттары буръяҡлана,
Ана, таңы ата буҙарып!
О, ул таңдар!
Хәтәр таң хаҡында
Хәтерләйҙәр бында, 
Тын ҡалып...
Тыйылған да тарих
Һөйләүҙәре,
Һүҙҙәр урынында – 
Тын алып...
Ул тарихты һөйләй
Баҡсаларҙа,
Баҫыуҙарҙа
Тапҡан 
Гильзалар...
Буш гильзалар тулы ергенәмдә -
“Азатлыҡ!” тип яҙған 
Имзалар!
Граждан һуғыштары заманында
Үткән бында рейды 
Блюхерҙың.
Муса Мортазиндың
Ҡылыстарын
Татып һәләк булған бахырҙың
Бик күп һалдаттары.
Эй, арыштар!
Иҫләйһегеҙ барын, арыштар!
Ҡан һуғарған 
Ҡара тупраҡҡайҙан
Үткән күпме ҡаты алыштар!..
Башҡорт яуын баҫып,
 Борондан да,
Зар илатып Ҡармыш түбәһен,
Көткән Әбей батша ғәскәрҙәре,
Килтерер, тип, былар 
Тәүбәһен.
Азатлыҡтан ҡиммәт 
Нимә бар һуң?
Ирекһеҙ тән, әйҙә, туралһын!
Таралғандар башҡорт батырҙары
Ҡуйынына мәғрур Уралдың.
Төйәк итеп бейек йылға ярын
Ҡалған Кенәй, Шәрип, Баязит:
“Көн болоҡһоу, тиеп,
 Ирме илар?
Көнөңдө һин үҙең 
Аяҙ ит!”
Арғы яҡтан быны ҡеүәтләгән,
Ҡаты шаулап, 
Ҡатлы ҡарурман.
“Һин баш бүре, Кенәй!
Һайла урын!
Беҙҙең иҫәп –
Бында ҡалырҙан.”
Тирмәләрен ҡороп, 
Ҡаҙан аҫып
Һил тормошта улар 
Көн иткән...
Батырҙарҙың
Оло байрам өҫтө –
Әүлиәләр килгән көн икән...
Әүлиәләр!
Изге әүлиәләр!
Килгәнһегеҙ беҙҙең яҡтарға
Оҙон юлдар үтеп, 
Өмөт менән,
Яҡларға, тип, беҙҙе,
Һаҡларға!
Әүлиәләр,
Изге әүлиәләр,
Белгәнһегеҙ беҙҙән яҡшыраҡ
Рухыбыҙҙы һаҡлау юлдарын һеҙ –
Күңел күҙҙәрегеҙ яҡтыраҡ!
Әүлиәләр ҡалған ошо ерҙә,
Шунда тапҡан һуңғы төйәген.
Ауыл һаҡлай изге ҡомартҡылай
Ҡәберлектә улар һөйәген.
Ниндәй ел-дауылдар иҫкәндер ҙә,
Үткән бынан ниндәй ғәрәсәт?..
Урман ҡуйынында ултырһа ла,
Ауылымды тапҡан һәр афәт
Ниндәйҙер бер хикмәт менән кире
Ҡайтарылған 
Изге ҡалҡандан. 
Әүлиәләр – Хоҙай илселәре
Булған шул саҡ үрә ҡалҡҡандай!..
Бәлә һиҙеп, батыр уҙамандар
Әҙерләнгән 
Тиңһеҙ алышҡа –
Ярҙан-ярға 
Ҡыя уҡтар атып,
Үткәргәндәр бәйге, ярыштар.
“Ҡыяуыҡ” тип,
Шул саҡтарҙан алып 
Атағандар беҙҙең ауылды.
 Тиңһеҙ алыш...
 Алдар...
 Бәпәнәйҙәр...
Ҡараһаҡал тигән дауылды
Иҫләй Кенәй...
Шәрип кисеүе лә,
Баязиттың иҫләй кисеүе...
Усаҡлы ла Морон ауылынан
Ҡалған бары шулар исеме...
... Тимер, тимә, тимер...
Уйҙар ебе
Быуаттарға барып тоташа.
Фекер уғым
Мине алып оса
Яу яланы, үлем, ут аша...
Осҡан һайын
Минең ҡарашымда
Яңы манзаралар асылды.
Асты улар,
Йөрәгемде ҡағып, -
Рух тарихы тигән 
Асылды.
Әүлиәләр,
Изге әүлиәләр!
Һеҙҙең өсөн терәү-биктәр юҡ.
Хоҙай ишараһын төшөнөүҙә
Күңел көсөгөҙгә 
Сиктәр юҡ.
Аңлатығыҙ миңә
Был донъяның
Сиселмәҫ тә һымаҡ бер серен:
Ни ҡәҙерле һиңә, әҙәм заты?
Ни ҡәҙерле һиңә, эй Ерем!
Ғүмер? Туҡтай!
Ер-һыу? Бөтә, тиҙәр!
Матурлыҡмы әллә ҡот һалыр?
Нимә һуң ул –
Йәшәп туҡтағас та
Йәнгенәңде һинең
Ҡотҡарыр?!
Әүлиәләр,
Изге әүлиәләр!
Яуап бирһәгеҙсе һорауға!!!
Кешелектең
Нәҫел ағасы бит
Юлын алған инде ҡороуға...
Әүлиәләр өнһөҙ...
Тимер быуат
Көслөрәкме әллә уларҙан?
Эй Хоҙайым,
Әүлиәләр аша,
Киң ҡөҙрәтең илә, 
Бир ярҙам...
 *  *  *
...Апай,  гильзалар хаҡында
Һөйлә әле бәйнәләп?
Әүлиәләр ауылды бит
Һаҡлай, тиҙәр, бәләнән!..
Күрше инәй һөйләне бит,
Ҡаршы арыш баҫыуын
Барып күргәс, ҡото осоп,
Ҡайтып баҙға ҡасыуын!
Сапҡыланған ҡул да аяҡ –
 Арыш араларында...
Ҡыҙылдар ярлыҡамаҫ, тип,
Ҡарттар, балаларын да!..
Ҡыҙылдар килгән. Ауылды
Булғандар тупҡа тотмаҡ.
Ҡыҙ-ҡырҡын, бала-сағаны
Оҙатҡандар тар һуҡмаҡ
Аша тирмән эргәһенә, 
Емерек яр яғына.
Күренеп тик ҡалмайыҡ, тип,
Ҡыҙылына-ағына...
 “Көлөн күккә осорабыҙ!
Тигеҙләйбеҙ ер менән!
Ауылды тупҡа тотабыҙ!” -
Аръяҡтан хәбәр килгән.
Ауыл уртаһына шул саҡ 
Йыйылғандар ир-аттар:
“Беҙ – ҡыҙыл да, 
Аҡ та түгел,
Беҙ бит – бары башҡорттар!”
Бер бабайҙың мунсаһынан
Шул саҡ бер “ҡыҙыл” сыҡҡан,
“Ауыл ғәйепле түгел!” – тип,
Аръяҡҡа һыбай сапҡан.
Әүлиәләр һаҡлап ҡалған
Вәсилевкә сыуашы
Булған, ти, ул...
Ғүмер буйы
Аҙаҡтан һыйы, ашы
Менән, баҙарҙа күрһә лә,
Юлда осрап, хөрмәтен
Белдергән ҡыяуыҡтарға...
Уҡыған ул рәхмәтен...
Шулай ҡотолоп ҡалған, ти,
Онталыуҙан Ҡыяуыҡ.
Ә гильзалар...
Балаларға
Уйнатырға берауыҡ
Буш ҡыуыҡ...
 *  *  *
Апай, һылыуым!
Малай сағымдағы
Ниҙән сағыу икән был  хистәр?
Хәтеремдә, оло хәтәр һымаҡ,
“Ат дағалау” тигән 
Бер хәстәр...
Былай булды.
Мин байталым менән
Һыу сәсрәтеп йөҙөп уйнайбыҙ.
Ат һуғарыу – эт һуғарыу түгел,
Шаярыуҙан һис бер туймайбыҙ.
Һай, малҡай, тип,
Һоҡланам да уға,
Һиҙҙермәҫкә үҙем тырышам.
Остандап та китмәҫ, тимә, сибәр,
Уйында ни – әйҙә, бар, ышан!
Маңлайҙарын уның тамғалаған
Өсмөйөшлө ап-аҡ билдәһе.
Һөлөктөкө кеүек йылҡылдайҙыр
Яурындары, күкрәк, билдәре.
Бөркөткәй, тип уға исем ҡуштым!
Бөркөт тигән исем – юғары!
Тимер кеүек ҡыҙған малҡайымды
Бәхет кенә миңә һуғарыу!
Тертләп китте Бөркөткәйем шул саҡ, 
Ҡолап төшә яҙҙым өҫтөнән.
Шешә ватығынан тояҡҡайы
Яраланған икән, киҫелгән.
Һүҙҙе ҡуйыртманы Барый бабай:
“Дағаларбыҙ, - тине. – Әҙерлән.”
“Саңҡ!”
Ҡағабыҙ
Бүрәнәнән - стан.
“Саңҡ!”
Һуғабыҙ
Таяуҙарҙан – саң.
Байталым,
Ин станға,
Булырһың дағалы!
Байталым,
Һин шул саҡ
Булырһың дуғалы!
Тимерҙән – тояғың!
“Соңҡ!”
“Соңҡ!”
Осҡонло ҡаҙағың –
“Доңҡ!”
“Доңҡ!”
Тояғына
Ҡаҙау ҡаҡҡан һайын,
Үрһәләнеп,
Атым кешнәне.
Тибеп өҙөр ине 
Бар бығауҙы,
Стан - ҡаты.
Күҙе йәшләнеп,
Бөркөткәйем түҙҙе.
Ә мин, түҙмәй,
Йүгереп ҡайттым өйгә,
Әсәйгә.
  • Әсәй!
Ниңә
Дағалайҙар атты,
Ниңә дағалайҙар,
Әйт, әйҙә!
Күңелемдең һиҙеп әрәсәһен,
Өндәшмәне башта,
Аҙаҡтан
Яйлап ҡына әйтә ҡуйҙы әсәй:
“Ауыртыр ҙа инде ҡаҙаҡтан...
Дағаһыҙ ҙа аттың йүне бармы?
Ат булырға тейеш дағалы.
Тояҡтары ныҡлы булһын өсөн,
Булһын өсөн – толпар – даланлы!”
...Бөркөткәйҙе йәлләп иланым мин,
Бабай сүкеп биргән ҡаҙауҙар
Тояғына үтә ҡаҙалғанда...
Йөрәгемде саҡты ҡаяуҙар!
Барый бабай нимә,
Көлдө генә
Минең йомшаҡлыҡтан,
Биғәйбә!
Тояҡтарын тоҡҡа бәйләп, атты
Оҙаттылар: “Әйҙә, йә, әйҙә!”
*  *  *            
Шәп ат ине бит ул.
Тиҙ йүнәлде,
Тояҡтары - саҡма таштарҙай!
Ҡолаҡтарын ҡайсылатып ҡына
Елеп осоуҙары ҡоштарҙай!
Һин, моғайын, иркәм,
Көтәһеңдер
 Бөркөткәйҙе һөйләр бәйәндә
Һабантуйҙар, бәйге шауын...
Юҡ шул...
Атҡай торҙо 
Гелән
Бәйендә.
 (Беҙҙең яҡта кесе туғаныңа,
Иркәм, тип өндәшеү – ғәҙәттә.
Мин тыңлайым, бүлмәй ағайымды,
Күнеккәнмен шундай әҙәпкә).
Ниндәй ярыштарҙа еңер ине!
Һулышынан ерҙәр сатнаны.
Тик толпарым минең
Һис ҡасан да
Бәйге яланында сапманы.
Осор ине, осор Бөркөткәйем!
Аҡ йондоҙло маңлай, 
Аҡ бәкәл.
Һыртын ғына бер һыйпауың була –
Елергә ул әҙер тәүәккәл!
Ғәжәп, әммә ысын:
Гүзәл атты
Тоттолар  гел ҡара аҙбарҙа.
Бик һирәкләп кенә сығарҙылар
Малай-шалай өсөн ыҙғарҙа.
Хәҙер беләм дә ни...
Нисә тапҡыр
Үҙгәрҙеләр сама-баһалар...
Үҙебеҙҙең йөрәктәрҙе тота
Заман сүкеп һалған дағалар...
“Саңҡ!Саңҡ!” - иткән
Бөркөт кеүек күктә,
Бер тарпандай  дала-урманда,
Йәшәп булмай шул ул үҙ көйөңә,
Тотош ғаләм ҡаршы торғанда!
Күптән инде мәрхүм 
Барый бабай,
Зарланмай ул ҡорҙо тормошто...
Даға... 
Дуға...  
Доға...
Ошо өс һүҙ
Билдәләмәй микән булмышты?
Даға нимә —
Ҡаты ихтыярмы,
Оло маҡсат, ныҡлы холоҡмо?
Әллә әүлиәлек, суфыйлыҡмы?
Һуғышмы ул, әллә солохмо?
“Саңҡ! Саңҡ!” – итеп сүкеп,
Тимерсе ҡарт
Яҙмыштарға тамға һалғанда,
Хоҙай үҙе,
Ҡыҙыу ыҙғарында
Сүкегәндер беҙҙе һандалда.
Ә Бөркөткәй?
Гүзәл байталым һуң?
Һуңғы тапҡыр ҡайҙа кешнәне?
О, ул малҡай яландарҙа түгел,
Янғын һүндереүҙә эшләне...
Тик янғынды һүндереүсе өйөн
Ут ялмаған үҙен бер таңда.
Йорт-ҡураһы менән көлгә ҡалған,
Бөркөткәй ҙә булған аранда.
Ҡара күмер ине урынында...
Бөтә ауыл һыҡтап иланы –
Шундай гүзәллекте харап иткәс,
Рух таяуы, гүйә, ҡоланы!..
Юҡ!
Булыуы бының мөмкинме һуң?!
Ағай, туҡта ошо урында.
Мин ышаныр инем, әгәр һүҙең
Булһа башҡа берәү турында.
Тик Бөркөткәй яна буламы һуң?
Аҡбуҙаттың ул бит тоҡомо.
Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ затты
Йотормо һуң заман упҡыны?!
Юҡ! тимен мин тағы, тағы бер ҡат,
Тәҡдирҙәргә ҡарап тәүәккәл.
Юҡ, бирешмәҫ ирекһөйәр рухым –
Аҡ маңлайлы атым, аҡ бәкәл.
Ҡара аҙбар, аран эстәренән
Сойорғотҡан уҡтай атылды –
Йылҡылдап та торған күкрәгенә
Йыһан ҡапҡалары асылды!
Ана, ҡара, йондоҙ араһында
Бөркөткәйем оса талпынып!
Тояғынан осҡан сатҡыларға
Ҡош Юлы бит ҡарай ҡалҡынып!
Ҡош Юлы бит 
Ҡарай 
Ҡалҡынып...
...“Дөп” тә “дөп” дөпөлдәп,
Бышҡырып,
Һелкетеп сиҙәмде,
Ажғырып,
Зиңкетеп зиһенде,
Тертләтеп,
Тояҡтан ергә ут
Үртләтеп
Килгән ул дөлдөлдө
Мин күрәм!
Ебәктәй ялдарын
Мин үрәм!
...Хыялда ялдарын 
Мин үрәм!..
... Ағайымдың бәйәненә әүрәп,
Керпек ҡаҡмай сыҡтыҡ төн буйы.
Яңы ҡойған кәбән өҫтәренән
Күҙәттек беҙ 
Йондоҙҙар туйын.
Керпек ҡаҡмайынса төнө буйы,
Бала саҡҡа ҡайтып әйләндек,
Һәр бер мәлдең ҡиммәттәрен барлап,
Нағышланыҡ, гүйә, сәйләнде
Тормош тигән серле туҡымаға...
Төшөнөргә теләп  хикмәтен
Яҙмыштарға яҙылғандың, ниңә
Хоҙай бирә шатлыҡ, михнәтен...
Тимер Ҡаҙыҡ беҙгә ҡарап торҙо,
Күпме ташһа ла, тип, үс, кәре
Был донъяның –
Урынынан ҡупмаҫ,
Ҡаҡшамаҫ, тип, 
Ерҙең күсәре!
О, ул күсәр!
Урал батыр үҙе, 
Тураҡлағас ете дейеүҙе,
Күккә ҡаҙап ҡуйған
Хәнйәр бит ул!
Яҡтырған бит шунан Ер йөҙө!
Иҫләйһеңме, апай,
Бер йыл төндә
Ҡайттыҡ бесән йөгө башында?!
Яйлап ҡына ҡыуа атты атай...
Беҙ осабыҙ, гүйә, йыһанда!..
Ятҡанбыҙ ҙа бесән өҫтөнә беҙ,
Күҙәтәбеҙ барса ғаләмде.
Етегәне, ана, ялтлап тора,
Иләк йондоҙ ала сәләмде.
Үҙ-үҙенә тоғро Тимер Ҡаҙыҡ
Тотоп торған һымаҡ асманды.
Ҡош юлы ла тойоп яҡтырғандай
Күңелебеҙ күккә ашҡанды!
Атай һүҙһеҙ генә атты ҡыуа,
Ҡулдарында тыныс дилбегә.
Ғүмерҙәрҙең тылсым сәғәттәрен,
Ҡабатланмаҫ мәлен ул белә...
Ҡыштыр-ҡыштыр бесән эстәренән
Өҫкә үрмәләйҙер бөжәге.
Бакуйында кибеп күбәләнгәс,
Хуш еҫтәрен бөркә еләге.
Бына ҡайтып еттек. Ҡаршы алды 
Әней, тотоп айран ҡулына:
-         Бер-бер хәлме әллә булды, тиеп,
Яҡтыртығыҙ инде юлына,
Тип һораным алсаҡ йондоҙҙарҙан,
Йондоҙҙар ҙа бөгөн аяулы.
Балаҡайҙар, атайығыҙ барҙа
Донъялар бит, шөкөр, таяулы.
Биш балаһы менән алтаулашып,
Бесән кертте атай ҡыйыҡҡа...
Шул мәл иҫкә төшә минең гелән,
Иҫкә төшә минең юҡ-юҡта...
                     *  *  *
Тимер Ҡаҙыҡ?
Ә бит атайымдың
Тимерҡаҙыҡ – йәшерен исеме.
Был тиклем дә тура килер икән
Шул исемгә уның есеме!
Хикмәт шунда -
Әйүп ҡартатайҙың
Ун алты йән тыуған балаһы.
Ир балалар һис йәшәмәҫ булғас,
Ҡайҙа ғына инде бараһы?
Ҡыҙ балалар менән өй наҙланһа,
Ир бала шул йорттоң терәге.
Ир балаға бүлгән дисәтин ер –
Шул ерҙә бит йәшәү кәрәге!
Әйүп ҡартты бер саҡырып алып,
Аҡһаҡалдар кәңәш биргәндәр:
Улыңа һин йә Ишбулды тип ҡуш,
Йәки Тимерҡаҙыҡ, тигәндәр.
Әйүп ҡайтҡан яңы исем менән, 
Ә ҡыҙҙары илай һамаҡлап:
“Ишбулды тип, атай, ҡушайыҡсы,
 Ҡушма Тимерҡаҙыҡ, ямаҡ та!”
Ғүмер буйы атай көлөр булды:
“Тимерҡаҙыҡ тиеп ҡушһалар,
Ҡаты холҡомдан уҡ өркөп торор,
Ҡурҡып торор ине дошмандар.
Ә былай... Иш булдым бөтәһенә,
Дуҫ йә иптәш итте барсаһы”.
Әсәй ҡушыла: “Ярай, иптәшлектең,
Дуҫлыҡтың бар үҙ әрәсәһе...”
Тимерҡаҙыҡ...
Йәшерен ошо исем
Атайымдың рухын нығытҡан.
Нәҫел дауам иткән.
Ишбулды тип 
Башҡорт аталмай ул һис юҡтан.
Бөйөк Ватан һуғыштарын үтеп,
Бар донъяны урап ул ҡайтҡан.
 Еңеү һалдатының күкрәгенә
 Әсәм алһыу яулығын таҡҡан...
                     *  *  *
  •  Апай, ағай! Ә ниңә һуң әсәй
Улай булғас, бер ҙә ҡыуанмай?
Һуғыш киноларын ҡарағанда
Моңлана ул, гүйә, тулған ай?
  • Эй туғаным,
Әсәй күңеле – урман,
Һис һиҙҙермәҫ беҙгә һағышын.
Сабыр ғына түҙә ҡайғыларға,
Белмәҫһең дә йөрәк ҡағышын.
Бала саҡтан ошо һөйләшеүҙәр
Ғүмер буйы беҙҙе оҙатты.
Әсәйемдең күңел урманында
Ҡоштай осоп йөрөгән бер хатты -
Өскөл һары хатты беҙ күрмәнек,
Юғалған ул хәтәр дауылда.
О, ул хаттар!
Йөҙәрләгән ине
Һәр бер өйҙә һәр бер ауылда...
Кавалерист минең ҡартатайым.
Харьков янындағы алыштан
Һуңғы хаты килгән.
«Бисәм, балаларым!
Ҡайнар сәләм һеҙгә алыҫтан.
Бында нимес үтә ҡаты тора.
Яуҙыра ла утты аяуһыҙ.
Беҙ бер урыҫ менән ат, арбала
Орудие алып барабыҙ.
Санияны уҡытырға тырыш,
Ҡалдырмаһын Флүр мәктәпте.
Ғәлиә менән Лидия, 
Дилбәр бәпес
Һағындырҙы…
Һуғыш миктәтте.
Тик өҙлөгә күрмә ауыр эштән.
 Нәҡиәкәй, үҙең ни хәлдә?
Ҡыйын булһа, Бөрйәнгә алып бар.
Ҡартталары унда бар, әл дә.
Украина яна ауыл-ауыл…
Күпме яҡташ бында баш һала.
Һәр аршын ер, йылға, һәр бейеклек
Башҡорт ҡаны менән ашлана.
Дөмөгөр ул фашист,
Азат булыр 
Харьков та ғына тигән таш ҡала».
Ҡартатайым хаты…
Бөгөн килеп,
Етмеш йылдан ете аждаһа
Һиндә баш ҡалҡытһа, 
Украина, 
Һуғыш утын һиңә ташлаһа,
Ҡара ул ҡоҙғондар, Украина,
Таламаһын  һине йәшенеп!
Тупрағыңда — ҡартатайым ята.
Тупрағыңда — атам йәшлеге. 
* * *
 Кавалерист Камалетдин,
 Булған ул буденовсы.
 Йондоҙлоҡай башлығының
 Суҡайып торған осо.
 
 Питерҙа хеҙмәт иткәндә
 Тимергүк булған аты.
 Эшсе-крәҫтиән дәүләтенә
 Биргән ул таҙа антын!
 
 Азат һәм хөр ил төҙөргә
 Һыҙғанған ул еңдәрен.
 Ауылға ҡайтып, колхозға
 Биргән ул йәшлек дәртен.
 
 Рәйес итеп һайлағандар,
 Был егет, тип, ер тоҙо,
 Иркен йәшәгән ул йылдар
 Бай “Ҡыяуыҡ” колхозы!
 
 Баҫыу-баҡсаларҙа уңған
 Ҡауын, ҡарбуз арышы.
 Һабантуйҙы гөр килтергән
 Ике бригад ярышы...
 
 Ырҙындарҙа иген һуғыу
 Үҙе бер шатлыҡ булған.
 Уйын-көлкө, шаян һүҙҙәр,
 Таҡмаҡ менән ил тулған:
 
 “Сеялка, молотилка,
 Сеялка, молотилка,
 Молотилка, сеялка,
 Яйлап ултырма түлкә!”
 
 “Силсәүиттең ҡыйығына
 Элеп ҡуйғандар әләм.
 Сталинға, Молотовҡа,
 Ворошиловҡа сәләм!”
 
 “Көрәгеңде бында ҡуй,
 Һәнәгеңде бында ҡуй!
 Махы бирмә, махы бирмә,
 Махы бирмә никакуй!”
 
 Махы бирәме һуң инде -
 Ул текә кавалерист!
 Ҡыйғас ҡашлы Нәҡиәгә
 Хатта, ти, китмәйҙер иҫ!
 
 Милли уйында шулай ҙа
 Гел уға, бейеп, баҫа...
 Йәш йөрәктәр бер-беренә
 Йылы хистәрен аса.
 
 Дәртләнешеп шул ауылда
 Донъяларын ҡоралар.
 Бер-бер артлы биш баланы
 Тупырлатып торалар...
 
 Һуғыш алды...
 Ни көткәнен
 Үҙең беләһең, туған.
 Артабанғы дүрт оҙон йыл
 Ҡан-йәш, зар менән тулған...
 
 Ылау менән киткән улар,
 Тыуған яҡты ҡалдырып.
 Ҡыяуыҡтар ҡарап ҡалған,
Күҙкәйҙәрен талдырып...
* * *
 Күк ҡыҙара...
 Офоҡ ҡарая...
 Баш осонан тупраҡ ҡойола.
 Шул ваҡытта тотош яу яланы
 Оло ҡәбер һымаҡ тойола...
 Ниндәйҙер бер ғифрит
 Аҫтын-өҫкә
 Килтерәлер һымаҡ донъяны...
 Өҫкә менеп килгән танкыларҙың,
 Тимер ҡоштарының юҡ һаны!..
 Көсһөҙ генә йән эйәһе булып,
 Кескәй бөжәк булып –
 Туп-р-раҡҡа...
 ...Һеңәһең һин,
 Юҡҡа сығыр сиккә
 Еткәнһеңдер кеүек!..
 ...Атака!!!
 
 
А-та-ка!!!
Атың менән бер йән эйәһеләй,
Бар йөрәгең дарҫлап -
Тупраҡҡа
Һеңә яҙған саҡта, 
Ярһыуынан
Атың үрә тора —
...Атака!!!
Рухың ҡанат кирә!..
А-та-ка!!! ..Атака!!!
 
 ...Атакаға баҫа
 Меңдәрсә һын,
 Меңдәрсә һын ауа яланда...
 Мең һыбайлы саба,
 Мең һыбайлы
 Һөрлөгөп тә ерҙә ҡалғанда,
 Күтәрелер тағы
 Атлы ғәскәр,
 Ҡотон алыр тағы
 Дошмандың,
 Тоғро һаҡлар улар
 Аманатын
 Ата-баба рухы ҡушҡандың!
 Рух бөркөтө,
 Бейектәрҙән осоп,
 Албырғатыр дошман
 Сафтарын!
 Баштан-аяҡ ҡоралланған көйө
 Орор улар күккә
 Аһтарын!
 Ҡайҙан ала был ил
 Шундай көстө?
 Шундай ҡаһарманлыҡ -
 Ҡайҙан ул?
 Әйтерһең дә, яу яланы түгел,
 Рух көрәше өсөн
 Майҙан ул!..

...Батырлыҡта тиңе булмағандың
Илде яҡлау булыр хәстәре.
Йөҙ ҙә ун икенсе дивизия –
Башҡорт атлы гвардия ғәскәре!
Шунса батырҙарҙы кем биргән дә,
Ҡайҙа үҫкән шундай ҡаһарман?
Йөҙ ҙә ун икенсе дивизия –
Урал батырҙан ул рухланған!
Салауаттар менән бер ҡатарҙан,
Алдар менән бер үк ҡатарҙан –
Йөҙ ҙә ун икенсе дивизия,
Етмеш һигеҙ Герой, ҡаһарман!
 
 Күтәрелер тағы атлы ғәскәр,
 Һәм юғалыр яуҙа
 Хәбәрһеҙ...
 Ер ҡуйыны алыр уландарын...
 Ер ҡуйыны бит ул –
 Хәтерһеҙ...
 Ҡайнар ҡандарынан,
 Шытым биреп,
 Баш ҡалҡытыр үлән, үҫемлек...
 “Хәбәрһеҙ юғалған” тип яҙырҙар...
 Батырҙарҙы һанар исемлек
 Уларға тар булыр...
 Ил хәтере
 Иң түрендә
 һаҡлар улдарын...
 Рух бөркөтө
 Үҙе генә белер
 Асмандарға ашҡан юлдарын!..
 
 “Атайыбыҙ
 Камалетдин Шәмсетдин улы Баһауетдиновтың
 Ҡәберен табырға
 Ярҙам итегеҙ!”
 
 Бындай хаттар илдә –
 Йөҙәр меңдәр...
 Һуғыш ғәрәсәтен үткәндәр,
 Иҫән ҡалғандары балаларҙың,
 Ил ағаһы булып еткәндәр,
 Эҙләй атайҙары ятҡан ерҙе...
 Атайҙары – тарих, мәңге сер...
 Ҡаһармандар
 Эҙһеҙ юғалмай бит,
 Ҡәберҙәре –
 Изге тупраҡ, Ер!..
 
 Хәрби комиссариаттарҙан
 Яуап – ҡоро:
 “Тыуған илдең
 Кире ҡайтарып булмаҫтай
 Юғалтыуҙары
 Исемлегендә
 Был исем
 Билдәләнмәнгән...”


 * * *
 
 Һәр икенсе башҡортто бит
 “Юғалтҡанда” хәбәрһеҙ,
 Эй, штабсылар, иғтибарлы
 Булғанһығыҙ хәтәр һеҙ!
 
 Ғәмәлегеҙ төптәрендә
 "Серле" мәғәнә ята:
 Бөтәһен дә, батыр, тиһәң –
 Булыр сәйәси хата!
 
 Аҡтарам "Хәтер китабын",
 Юғалмай, тим, ҡаһарман!
 Хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа -
 Батыр тигән ҡатарҙан.
 
 Армадаға ҡаршы
 Атта,
 Ҡартатай,
 Һеҙ барғанда,
 Хоҙайға, тим, ашҡанһығыҙ -
 Урынығыҙ - Йыһанда!..


 * * *
 Йәше оло, тиеп,
 Әйүп ҡартты
 Алып китмәнеләр һуғышҡа,
 Ана, Ишбулдыһы үҫеп килә,
 Ун һигеҙе тула, тип, ҡышҡа.
 
 Ун ете йәш кенә - күҙ ҡараһын
 Ғәрәсәтле күктәр ялманы.
 Нисәмә ҡат Ҡөръән сыҡты Әйүп,
 Дөмөкһөн, тип, фашист яманы!
 
 Һуғыш тимә һуғыш...
 Ҡотолормо
 Донъя оятһыҙлыҡ,
 Хаслыҡтан?
 Ауылды бит ҡыра хәйерселек,
 Шешенәләр күптәр аслыҡтан.
 
 Ҡыҙ-ҡырҡынды – хеҙмәт лагерына,
 Малай-шалайҙарҙы алдылар.
 Тере ҡулһыҙ ҡалған бисә-сәсә
 Ялан бишегенә һалдылар
 
 Имсәк балаларын...
 Ярай әле,
 Үҙҙәрендә булһа ҡуш йөрәк.
 Камал Нәҡиәһе янған, ана,
 Сана менән он тоғон һөйрәп
 
 Ҡайтҡанында
 Маҡар тирмәненән...
 Яҡын ерме бисә кешегә?
 Ирмен тигән ир ҙә шунса ара,
 Йөкһөҙ барһа ла бит, күшегә...
 
 Камалетдиндың да хәбәре юҡ.
 Гүр эйәһе булды Нәҡиә.
 Үкһеҙ етем ҡалған биш балаһы
 Нимә ашай хәҙер, ни кейә?
 
 Йә, Хоҙайым!
 Һынауҙарың ҡаты,
 Бирсе йөрәктәргә сабырлыҡ.
 Насип итсе ошо сабыйҙарға
 Оло яҙмыштарын табырлыҡ
 
 Рух, ихтыяр көсөн!..
 Барсабыҙҙы
 Йә илаһым, үҙең арсала.
 Ишбулдымды тере килеш ҡайтар,
 Ут-ялҡындан уны ҡурсала!


 * * *
 Ҡыяуыҡтың манараһы бейек –
 Йыраҡтарҙан ялтлап күренә.
 Үрелгән дә Хоҙай хозурына,
 Уйылған ул күңел түренә...
 
 Ҡөръән көсөн белә Әйүп бабай.
 Инана ул бөйөк ҡөҙрәткә.
 Тик күңеле һис инана алмай
 “Совет власы” тигән һүрәткә.
 
 Һүрәт булмай, нимә булһын инде?!
 Күҙ буяуға бик йыш ҡоролған.
 Күп һөйләрҙәр,
 Әҙ эшләрҙәр бында.
 Йөктө тарта алмай шыр ялған!
 
 Теләктәре, маҡсаттары һәйбәт,
 Бар ҙа һымаҡ илдең дарманы.
 Бер ғәмәлде башҡарып та сыҡмай –
 Килә шуны боҙоу фарманы.
 
 Юҡ-юҡ, былай бармай,
 Бармай былай!
 Ергә кәрәк Хужа,
 Ысын ир!
 Белһен ул ил ғәмен,
 Хеҙмәт тәмен,
 Маңлайынан аҡһын
 Тоҙло тир.
 
 Крәҫтиән булһын!
 Һүҙ бутҡаһы менән
 Һыйламаһын төрлө ҡуштанды.
 Миһырбанлы булһын балаларға,
 Үтәһен ул Хоҙай ҡушҡанды.
 
 Шулай уйлай Әйүп.
 Ҡыҙҙары ла –
 Уҡымышлы, динле балалар.
 “Абыҫтай!” – тип кенә,
 Бер-береһенә
 Шундай итәғәтле бағалар.
 
 Ғәлләм мулла оноғо ул Әйүп...
 Искәндәр ҙә мулла – атаһы.
 Әллә ниндәй тормош ҡорор ине,
 Яһалмаһа заман хатаһы!
 
 Әйүп ҡарттың фекер юлы былай: –
 “Кремль хыялыйы” егеттең
 Тәғлимәтен,
 Ҡөръән кеүек күреп,
 Үҙ рухтарын итте бит етем
 
 Күпме быуын!..
 Ярай, килһәләр ҙә
 Берәй ваҡыт улар аҡылға...
 Ҡыуыҡтың
 Манараһы
 Бейек...
 Ҡыяуыҡҡай
 Аға,
 Аҡ йылға...
*  *  * 
Оса уғым, 
Оса ғына –
Аҡ ҡауырһын ҡанаты.
Күрә уғым:
Гел һөйөүгә
Тормай донъя
Йән атып.
Һуғыш, янъял...
Ер бүлешеү...
Мал бүлешеү...
Йән ҡыйыу...
Ғәҙелһеҙлек,
Талауҙарға
Ҡаршы тора –
Кем ҡыйыу. 
Бары ҺӨЙӨҮ өсөн йәшәү –
Иң изге олуғ ниәт
Ниҙән килеп сыҡманы һуң?
Беҙ ғәйеплеме ни, әйт?
Апай, ағай менән бергә
Сойорғоттоҡ  уҡтарҙы.
Уҡтарыбыҙ меңәр йыллыҡ
Тарих көлөн  ҡуптарҙы.
Тимер быуат,
Тамырҙарың
Бик тәрәнгә олғашҡан!
Беҙҙең дәүерҙәргә тиклем 
Нисә раса алмашҡан.
Артефакттар һөйләй быны,
Ғалимдар асҡан серҙе -
Ғәйәт ҙур һынлы кешеләр
Төйәк иткәнен Ерҙе.
Ҡайҙа, ҡасан юҡ булғандар,
Еңелгән ниндәй көстән,
Билдәһеҙ битен тарихтың
Ябып ҡуйғандар өҫтән...
Ерҙең бала сағын күреп,
Рух шишмәһенән эсеп
Ҡайтыр юлдар бар микән ул?
Әрәмгә мәллә көсөм?
“Һунарға ат менмәгән,
Ҡулға һаҙаҡ тотмаған,
Менеренә – арыҫланды,
Балығына – суртанды,
Ҡошҡа сөйгән шоңҡарҙы,
Ҡан һурырға һөлөктө
Үҙ иштәре яһаған...”
Йәнбирҙе лә Йәнбикәнән
Килде өйрәнер заман.
Үлемде еңеү хаҡында 
Күмәкләшеп уйлашҡан
Йән эйәләре донъяға
Бергәләп ҡулайлашҡан...
Бәлки, ул саҡ Ер йөҙөндә
Булғандыр Алтын быуат?
Әле - Тимер быуат,
Ә Күк
Яңы дәүергә быуаҙ...
Атың нисек,
Яңы ваҡыт?
Ялтлай аңым булаты:
Офоҡта бит, таңдай, тыуа
Миһырбанлыҡ быуаты!
             *  *  *
  •  Тимер тәме килә,
Тимер тәме
Уртлап ҡына алған һыуымдан.
Ә күңелем,
Нисә утта янып,
Нисә һандалдарҙа
Һыуынған...
Тимер менән уратылған донъя...
Башың тартып ҡара
Тимерҙән!
Ошо тимер түгелме ни инде
Барса хыялымды 
Емергән?
  • Юҡсы, унһыҙ
Йәшәү була тиме?
Тимер еҫе – хатта һауала.
Ҡаныбыҙға
Һеңгән тимер тәме,
Тимер – ҡорал,
Тимер – дауа ла!..
Күҙ алдына килтер,
Тимер сымһыҙ
Нимә ҡылыр ине  замандаш?
Тимер бит ул – 
Хужа был дәүергә,
Йәшәйешкә тимер һаман баш!
Баҡсы, ана, күпме бағаналар
Ер өҫтәрен урай сымдарға!
Зыңлап тора 
Мәғлүмәти һуғыш,
Тик бел генә кемде тыңларға.
Аяуһыҙ ҙа, 
Алһыҙ-ялһыҙ был дау
Һәр кешегә ҡорған ҡапҡанын,
Ҡат-ҡат йоҙаҡ менән ҡаплаһа ла
Әҙәм заты ишек, ҡапҡаһын!
* * *
 О, һин,
 Тимер быуат!
 Һарайталар,
 Торҡа кейгән һындар
 Дәүере!
 Хакимлыҡтар бүлгән ерҙең өҫтөн,
 Ҡалмаған саҡ
 Кеше ҡәҙере!
 О, һин, тимер быуат!
 Бомба менән
 Тыңҡысланың ерҙең ҡуйынын!
 Әйт һин,
 Ҡасанғаса дауам итер
 Сиктән ашҡан хәтәр
 Уйының?
 
 Һуң, һин кемде
 Ҡурҡытмаҡсы бөгөн?
 Кемде алам, тиһең, ҡыҫымға?
 Әҙәм балалары үҙҙәре бит
 Уйыныңдан күсә ысынға.
 Әҙәм балалары
 Үҙҙәре бит —
 Зәһәр экрандарҙың
 Зомбайы.
 Аҡыл, зыялылыҡ – китаптарҙа,
 Ят уларға заман шомбайы.
 
 Харьков янындағы
 Танкыларҙай,
 Теҙелешкән йәнһеҙ
 Роботтар!
 Ялан тулып,
 Мильон диуар булып
 Күҙҙәренән сәсеп ыу-уттар,
 Зобаниҙар
 Ҡаплап алһа Ерҙе,
 Күмәгәйгән һайын – түләһәң,
 Һуғышһыҙ ҙа еңер тиһең микән,
 Тимер быуат,
 Ҡара күләгәң?!
 
 Ҡатил батшаһыңмы,
 Әзрәҡәме?
 Тимерҙәнме һының,
 Күмерҙән?
 Металдан да былай,
 Яһалғанһың
 Нефть һәм газ тигән әйберҙән!
 Байығайған һайын ҡай берәүҙәр,
 Була бараһың һин хәйерсе.
 Тимер быуат,
 Үҙ-үҙеңә ҡаза,
 Ҡиәфәтең, абау, сәйерсе!
 
 Һин көлкөһөң,
 Тимер быуат, эйе!
 Киләсәгең һинең тутыҡҡан.
 Ҡотто алмаҡ булып ажғыраһың,
 Һорайһың һин беҙҙән
 Аҡтыҡ ҡан...
 Яу яланы, үлем, уттар аша
 Рух бөркөтө йәйер ҡанатын!
 Азат, миһырбанлы
 Заң эйәһе –
 КЕШЕ
 Көтә уны йән атып!
                  *  *  *
...Ағай!
Инде һинһеҙ гәпләшәбеҙ
Апайҙарым, энем, мин үҙем.
Тимер быуат ҡорбандары күмәк,
Ҡалғандарға ғына бир түҙем.
Сәскәләй өс ҡыҙың, кәләшеңде
Һис тә ташлап китмәҫ инең дә...           
Һинең хәҙер ауырыраҡ бурыс
Йөкмәлгән шул көслө иңеңдә.
Ағай, 
Бөркөткәй ҙә яныңдамы?
Үрәһеңме ебәк ялдарын?
Атай-әсәй,
Барый бабай бармы?
Ә тимерлек? уҡ һәм яндарың?
Күҙ алдыма килә —
 Бер яғыңдан
 Әйүп ҡартатайым йылмая:
 “Әүлиәләр, Урал батыр, балам,
 Бөтә ғүмереңә — уй-мая...”
 
 Бер яғыңдан, һынсыл ғына ҡарап,
 Камалетдин  баға күңелгә.
 “Балаҡайым, ниҙәр кисерһәң дә,
 Үҙ-үҙеңдән бер ҙә төңөлмә”.
 
 Атланған да атҡа ҡартатайым,
 Әйтә һымаҡ офоҡ артында:
 “Бер ниҙән дә һин ҡурҡма, балам,
 Булһаң әгәр Аҡбуҙ атыңда!
 
 Бирешмәгән башҡорт бығауҙарға,
 Бирешмәҫ ул тимер аңдарға,
 Бар тәбиғәт менән моңдаш булһа,
 Ат атланып сыҡһа таңдарға!”

...Туҡтап ҡалдым әле.
Ҡай тарафҡа
Ташлайым, тим, юлдың йомғағын?!
Ҡай тарафта
Еңелерәк булыр
Үтеү – һүтеү яҙмыш йомағын?
Улай тиһәң,
Еңел юлдан барып
Дөйөм бер упҡынға ҡолаһаң?
Саңҡ! Саңҡ! – тиеп,
Тағы оран һалып,
Тимер быуат 
Тағы 
Һуға
Саң.
Туҡта, тимер быуат!
Һин көслөмө?
Мин көслөмө, 
Әйҙә, беләйек!
Шулай уҡмы һин хужаһы Ерҙең?
Әллә бары затлы беләҙек?
Әллә бары затлы  балдаҡмы һин, 
Уйынсығы Әҙәм затының?
Осто уғым
Бар дәүерҙәр аша -
Ҡәләм осо заман хатының.
Осто уғым 
 Бар дәүерҙәр аша,
 Әүермәндәй ине һәр дәүер.
 Һәр балдаҡҡа — әҙер яңы ҡалпаҡ...
 Һәр тарихҡа — таман сәсмәүер.
 
 ...Асылғанда ҡапыл күк ҡабағы
 Мөхәмәткә — “Тимер” сүрәһе
 Менән нимә әйткән Юғары көс  –
 Барса ваҡыттарҙың түрәһе?

“Беҙ ебәрҙек һеҙгә ТИМЕР... уның
Аңлаһағыҙ көсөн-ҡеүәтен,
Тура юлда бары файҙаланып,
Күрерһегеҙ Раббы ҡөҙрәтен...”
Донъя яулап, 
Аҡһаҡ Тимер хатта
Белдеме икән Һүҙҙең ҡәҙерен?
Бәлә-ғәрәсәттәр аңдый, тиҙәр,
Борсоһалар уның ҡәберен!..
Ҡырҡ берҙә һуғыш асылғанда
Раҫланған был шомло риүәйәт...
Тимер кейемеңдән,
Ҡоралыңдан
Көслөрәк шул бер һүҙ, 
Бер аят.

Нимә һынландыра Кеше рухын?
Нимәгә Ул яһай ишара?
Рухыбыҙға, ҡайҙан көс алһаҡ та,
Күктәр генә итә идара!..
Маҡсатына ҡаҙалдымы икән
Сойорғотҡан уғым тимере?
Күк ҡабағы, гүйә, асылды ла,
Асылыма үтте әмере:
  • Тупаҫланмаҫ элек
Яҙ ҡағыҙға!
Яҙ илһамлы, таҙа йөрәктән!
Ләкин, аңла, ҡәләм – уғыңды бит
Олуғ ниәт үҙе  йөрөткән.
Моң эйәһе, эйе, көй сығарыр,
Моң тыуҙырыр наҙлы ҡылдарҙа,
Яңғыратыр ҡылдар
Һөйөү һүҙен,
Һөйөү көйөн уйнар ҡул барҙа.
Тимер сымдар, эйе, хәбәр илтер, 
Тоташтырыр изге йәндәрҙе,
Берләштереп оло Миһырбанға
Әлмисаҡтан килгән йәмдәрҙе!
...Оса уғым
Бар дәүерҙәр аша —
Ҡәләм осо заман хатының. 
Был хоҡуҡты яулау өсөн мин бит
Күпме дәүер утын татыным!
Мин — тимерсе!
Барый бабай яҡҡан
Ҡыҙыу утта тимер иретәм.
Үткер, тура, ныҡлы, ышаныслы
Булһа ғына — хәбәр йөрөтәм.
Усағымда — ҡыҙарғансымы һуң? —
Ағарғансы һүҙҙе “ҡыҙҙырам”.
Ихлас йөрәгемдең һандалында
Туҡмап-туҡмап уны... туҙҙырам!
Һуҡҡан һайын ҡойолоп та ҡала
Һүҙҙең кәшәнкәһе, кәбәге.
Саф тимерҙән ҡойола был һүҙем...
Йәшкә тула күҙем бәбәге.
Илһамымдың  осҡор  уҡтарын , тим,
Олуғ ниәт үҙе йөрөткән...
Мин — тимерсе.
Ҡорос ҡаурый менән
Яҙам һөйөү һүҙен 
Йөрәктең!

*  *  *
Оса уғым,
Оса ғына,
Башаҡтары ҡоростан.
Күрә уғым:
Рух бөркөтөн
Уята Башҡортостан.
Күрә уғым:
Урал батыр
Эйәрләй Арыҫланын.
Яҡшылыҡҡа, 
Изгелеккә
Өндәй Башҡортостанын!
Һәр замандың була, ти ул,
Шүлгәне, Әзрәҡәһе.
Эҙәрлекләй әҙәм башын
Әраҡы-ҡәһҡәһәһе.
Үле һыуҙан, 
Тере һыуҙан
Дауалан, ләкин эсмә.
Ынтылма мәңге йәшәүгә —
Оло ҡайғыға төшмә!
Кеше түгел,
Ер шары ла –
Түгел мәңгелек есем.
Ҡыл яҡшылыҡ!
Мәңгелеккә
Ҡала тик 
Яҡшы исем.
(голосов: 1)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ