Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

Атом бәшмәге

17.01.21 | Раздел: Ижад / Балалар өсөн хикәйәләр | Просмотров: 450 | Автор: admin1 | Ошибка?
Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен, йыйырылған ҡаштарын күреп, шымып ҡалды. Бөтә барлығы менән хафаға төштө ул: ҡустыһы Илдар тағы, үҙ һүҙлеләнеп, уны тыңламаясаҡ, һике аҫтындағы сүкеште алып, тағы бөтә ергә шаҡылдатып һуғып йөрөйәсәк. Ә аҙаҡ бөтәһе өсөн Наилгә эләгәсәк.

Ишек тотҡаһына үрелгәс, уның уйҙарын һиҙенгәндәй, әсәһе туҡтап ҡалды:

— Һин... Нимә инде һин, иренеңде бүлтәйтеп тораһыңмы, асыуымды килтереп?

Наил бындай ваҡытта өндәшергә ярамағанлыҡты белә, шуға, йәш тулы күҙҙәрен йәшереп, иҙәнгә ҡараны. Әсәһе тауышын йомшартты:

— Улым, борсолма, хәҙер атайын ҡайтып етер. һин шуңарсы матур ғына итеп ҡустыңды ҡарап тор. Йәме? Әллә ҡайҙа йөрөй бит, эй Хоҙайым. Күптән ҡайтырға тейеш ине. Юҡ инде, юҡ. Булмағас, булмай икән был әҙәмдән. Ярай, мин киттем!

Ишек ябылып бер аҙ торғас, боҙға туңған тәҙрәлә әсәһенең тоноҡ ҡына шәүләһе тағы күренде. «Ҡара уны, һин өйҙә өлкән кеше булып ҡалаһың!» -тигәне ике ҡат быяла аша, һыу аҫтынан сыҡҡандай, саҡ-саҡ ҡына ишетелде. Китте... Илдар ишеккә йүгерҙе.

— Ән-нә! — Бәләкәс йоҙроҡтары менән бейек тупһаға һуға-һуға, ҡысҡырып илап та ебәрҙе.

— И-и-и, туғанымды ғына, илама, илама, әсәй хәҙер килә. Атай хәҙер килә... Наил ҡустыһын күпме генә йыуатырға тырышмаһын, тегенеһе үкһеүен көсәйтә генә барҙы.
Юҡ, былай Илдарҙы тымыҙып булмай. Нимә менән әүрәтергә икән һуң уны? Наил һикегә менде лә, аяҡ-ҡулын баҡа һымаҡ ян-яҡҡа тарбаҡай айырып, иҙәнгә һикерҙе. Илдар әйләнеп ҡараны, тик илауынан туҡтаманы.

Наил тағы һикегә менде, тағы һикерҙе, был юлы ике ҡулын ирмәк итеп ике яҡҡа һелтәп:

- Баҡ, баҡ, баҡ! — тип ҡысҡырҙы.

Илдар, ниһайәт, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Уйын уға оҡшап ҡалды, ул үҙе лә, йүгереп килеп, һикегә үрмәләне. Шунан, ағаһы ни ҡыланһа, шуны ҡабатлай башланы. Онотто... Йә, хәҙер Наилгә тынысланыбыраҡ торһа ла була. Ҡустыһы үҙ алдына шар ҙа шор шаярырға тотондо. Тиҙ генә туҡтата ла алмаҫһың. «Тү-түт, тү-түт!» тип, бер тәгәрмәсе төшкән машинаһын этеп йөрөтә.

Ул күрмәгәндә, Наил «йылт» итеп кенә өҫтәл тартмаһынан ҡәләмен, ҡағыҙҙарын алды. Һүрәттәре күп уның. Күп тигәс тә, үҙе йыйғаны юҡ уларҙы. Әсәһе тәҫләп йыйып бара, "ҡартатайыңа, өләсәйеңә күрһәтербеҙ", ти. Ул йыш ҡына һүрәттәрҙе ғәжәп итеп ҡарап ултыра. Атаһына күрһәтеп: "Ҡара әле, ҡара, ҡайһылай ҡыҙыҡ төшөргән!" – тип ҡыуанып көлә. Шунан уйланып ултыра ла:

— Наил донъяны үҙенсә генә итеп күрә белә. Бөтә балалар ҙа шулаймы икән? – тип ҡуя.

Наил әсәһенең был һүҙҙәрен аңлап бөтмәй. Нимәһе ҡыҙыҡ? Нисеҡ ул — үҙенсә? Ҡағыҙҙарындағы өйҙәр, шыршылар, бесән йә утын тейәгән машиналарға, ҙур күҙле кеше йөҙҙәренә үҙенең былай артыҡ иҫе китмәй уның. Теләһә — йыртып ташлай. Теләһә — тағы яһай ала.

Шул саҡ Илдар, үҙенә иғтибар бөткәнен һиҙҙеме, йәһәт кенә үрелеп, өҫтәлдәге ҡағыҙҙарҙы иҙәнгә һөйрәп тә төшөрҙө.

- Ярамай! Теймә, ярамай бит!

Наил тиҙ-тиҙ генә ҡағыҙҙарҙы йыйған арала ҡустыһы өҫтәлдәге китапты тарта башланы.
- Уй, әсәйем әрләй бит, теймә, тим!

Ҡулынан китапты йолҡоп тигәндәй алғас, Илдар йәнә аҡырып илай башланы. Тик был юлы инде ағаһы уны йәлләргә уйламаны ла:

- Ярамай, тигәс, ярамай. Бар, бар, инеп кит һике аҫтына. Ят, ят шунда ғына шыңшып.

Теге китап асыҡ ята ине. Ҙур бәшмәк төшөрөлгәйне унда. Атаһы һөйләгәне бар Наилгә: ул бәшмәк би-и- к ҙур икән, уның ғәләмәт уты бөтә өйҙәрҙе яндыра икән. Ә ағыуынан уны күргәнбөтә кеше үлә икән. «Атом бомбаһы», ти атаһы. Берәй ағыулы бәшмәктер, тип аңлай уны Наил. Атом бәшмәге. Ҡапыл оло яҡта нимәлер шаҡылдап бәрелде лә шартлау һымағыраҡ ауаз сыҡты. Наил шундуҡ һике аҫтына күҙ һалды. Илдар унда юҡ ине. "Сүкеш!" — Наилдең башынан йәшен тиҙлегендә ошо уй үтте...
Оло яҡҡа инһә, Наил ни күҙе менән күрһен: өләсәһе яңыраҡ ҡына бүләк итеп алып ҡилгән телевизорҙың быялаһы йәнселеп, уртаһында бәләкәй генә тишек өңөрәйеп тора. Илдар: «Ы-ы-ы, үф-фәй...й» — тип көйләп, башын сайҡай.

Урам ҡапҡаһының шапылдап ябылыуы малайҙы айнытып ебәргәндәй итте. Наил тәҙрәгә ҡапланды. Тәҙрәнең боҙланмаған еренән ул атаһының һыныҡ ҡаштарын ғына күреп ҡалды.

Атаһы һыуыҡтанмы, нимәнәндер ҡыҙарынып килеп инде. Керпектәренә, бүркенә бәҫ ҡунғайны. Бәләкәс малайы, ҡулы менән ҡайҙалыр күрһәтә-күрһәтә, уны оло яҡҡа тартты. Наил был ваҡытта ҡалтырана-ҡалтырана, ҡулын ҡаната-ҡаната, быяла ватыҡтарын диван аҫтына шылдыра ине...

...Тырнаҡ осо менән дә теймәне атаһы малайҙарға. Иҫерек күҙҙәре менән ҡарап торҙо. Торҙо ла, яйлап ҡына икәүһен етәкләп, соланға, унан тышҡа алып сыҡты. Юҡ, бында ла теймәне. Шым ғына аҙбар ишеген асты, малайҙарҙы индерҙе.

— Бер аҙ артығыҙ ҡатһа, аҡылға ултырырһығыҙ, – шулай тине лә ишекте тыштан бикләп ҡуйҙы.

Наил эштең былай еңел генә бөтөүенә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Ғәйептәренең ни тиклем ҙур икәнен аңламаймы ни ул? Шул саҡ, ҡылт итеп, өлкәңдәрҙең бер бәхәсе иҫенә килеп төштө.

— Балалар ҡурҡырға тейеш атай кешенән! — ти атаһы.

— Һун һин уның ҡотон алаһын бит. Ҡото ҡалмаһа, ул ниндәй бала була? – тип ҡаршы төшә әсәһе.

— Ир балаға ундай йомшаҡ күңелле, хисле булыу килешмәй ул. Армияға барһа, бөтәһе лә көләсәк унан. Унда йәлләп тормаҫтар, – ти ҙә ҡырт киҫә атаһы. — Армияла ҡот тигәнеңдең «ҡ" хәрефе лә ҡалмай. Берәү ҙә үлмәй бит.

Атаһын бик ярата Наил. Айныҡ сағында унан да күңелле кеше юҡ. Ул сөскөрһә, бөтә кеше шарҡылдап көлөп ебәрә. Әсәһе малайҙар менән уйнарға ваҡыт тапмай, ә атаһы гел уйнай. Улдарын елкәһенә ултыртып, ат булып, и-һо-һо әйтеп кешнәп йүгерә.

Бындай саҡтарҙа әсәһе лә, оло яҡҡа инеп, уларҙың шаярғанын күҙәтеп көлә.

... Илдар шыңшый башланы. "Өсөс, өсөс", тип аяғына күрһәтә. Йөн ойоҡбашы аша һыуыҡ үтәлер. Наил ҡустыһын бер аҙ күтәреп торҙо. Юҡ, көсө етмәй икән шул. Илдарҙы, ҡосаҡлаған көйө, аяғына шыуҙырып төшөрҙө лә:

-Баҫ, минең аяғыма баҫ, – тине.

Илдармы һуң инде тыңлап ҡына торор малай? "Бөрсә", ти бит уны әсәһе. Әле лә, ағаһының ҡосағынан ысҡынып, ишеккә ташланды:

— Атта-та!

— Х-хәҙер килә атай, хәҙер, туғаным, – тип ҡабаланып бышылданы Наил. — Ҡуй, туҡылдатма, әтеү атай әрләр.

Өйгә инеп киттеме икән ни һуң атаһы? Ишетмәйме икән ни?! Ана, һыйыр ҙа, тороп, мөңрәй башланы. Кәртә аша малайҙарға әллә нисек итеп аптырап ҡарай. Уның оҙон керпекле ҙур күҙҙәре ниңәлер шар асылған, үҙе туҡтауһыҙ урынында тапана. Әллә быҙауларға итәме икән ул? Әсәһе, йүнле кеше этен дә тышҡа сығармаған бындай һыуыҡта быҙаулап ҡуймаһын тағы, тип борсола ине бит. Илдар, һыйырҙан ҡурҡып, тағы ла ҡоторобораҡ иланы.

— Туғаным, теймәй ул, теймәй!

Наил инде үҙе лә ныҡ өшөгәнен тойҙо. Ә Илдарҙы инде тыйып торорлоҡ түгел: күҙенән йәш, танауынан һыу аға... Наил, өҫтөндәге свитерын сисеп, ҡустыһына кейҙерҙе:
— Хәҙер аса атай ишекте, илама, илама, туғаным...

Шунан, түҙмәй, ишекте йоҙроҡлап дөбөрҙәтергә тотондо. Этеп ҡараны. Йүгереп килеп тағы этте. Аяҡтары менән типкеләне. Ишек аҫтындағы ярыкҡа ҡулын тығып болғаны.
- Атай! Атай, тим, ас! Илдар илай! Туңабыҙ! Ас!

Шул саҡ Наилдең аңынан ап-асыҡ бер уй һыҙылып үтте. Атаһы бында юҡ! Ул уларҙы онотҡан! Ул өйҙә, иҫереп, йоҡлап киткән. Ә әсәһе өйҙә юҡ...

Улар бер үҙҙәре. Бөтә донъяла — бер үҙҙәре. Бер кем дә яҡламаҫ уларҙы, бер кем дә ҡотҡармаҫ...

Ҡайҙандыр малайҙың күҙ алдында теге атом бәшмәге пәйҙә булды. Ул яндыра, тигәйне атаһы. Юҡ, ул шундай йылы... Саҡ ҡына эҫерәк. Тик...шомло... Атом бәшмәге тора-бара түңкәреп ҡуйылған шешәгә әйләнде. Араҡы шешәһенә. Араҡы ла кешене яндыра, ти әсәһе. Әсәһе күп белә Наилдең, фельдшер ул. Бөтә кешеләрҙе дауалай, ана, әле лә саҡыртып алып киттеләр. Ә атаһы уның һүҙенә ышанмай, араҡы файҙалы, ти. Күпме ваҡыт үтте икән? Инде ишек ярығынан яҡтылыҡ та төшмәй башланы, һыуыҡ үҙенекен итте, үҙәккә үтте. Бите, ҡулы, арҡа буйҙары нисеҡтер сымырҙап-сымырҙап ҡалғандай итә Наилдең. Ҡустыһы ла илай-илай ойоп киткәндәй булды. Йоҡланымы иҡән ни?

Наил, уны күтәреп һыйыр янына алып барайым, тип уйланы. Уның тыны йылы... Тик ниңәлер күҙ йәштәренә быуылды, ҡуҙғалманы.

Юҡ, хәҙер сығыр атаһы. Хәҙер ҡайтыр әсәһе. Ҡустыһы менән Наил уларҙы шым ғына, тыңлаулы ғына көтөрҙәр. Йоҡлай-йоҡлай. Бында йылы... Ана, һыйыр, мөңрәй-мөңрәй, кәртәне һөҙә. Килегеҙ, ти. Хәҙер, бәлки, уның янына барырҙар...

Бына улар, туғаны менән икәүләп, һыйырға менеп атландылар, һәүкәшкәй, уларҙы талғын ғына бәүелтеп, ҡояш аҫтында сүл буйлап ҡайҙалыр алып барҙы ла барҙы... Атаһы ла, әсәһе лә эргәләрендә юҡ ине. Улар оло, буш донъяла япа-яңғыҙ ҡалғайны.

... Хәмзә ҡапыл һиҫкәнеп уянып китте. Ҡайҙа ятам икән, тигән һымаҡ, өй эсенә күҙ йүгертте. Ҡарашы быялаһы йәнселгән телевизорға төштө. Шул уҡ мәлдә ул мейеһенә нимә менәндер килтереп һуҡҡандай тойҙо. Асырғанып ырғып торҙо, тышҡа ташланды. Абына-һөрөнә аҙбар ишегенә барып ҡаҡлыҡты. Ҡалтырана-ҡалтырана ишек келәһен ысҡындырып, эскә атылды...

Күпмелер ваҡыттан һуң уның, башын туң ергә, боҙланып ҡатҡан утын түмәрҙәренә бәрә-бәрә, үкереп илаған тауышына күрше-күләне, ҡоттары осоп, өйҙәренән йүгереп сыҡты...

...Һаман ут алмаған тәҙрәләргә шомланып ҡарай-ҡарай, ҡапҡанан бер ҡатын атылып килеп инде. Ихатала йыйылған кешеләр бөтәһе бер юлы уның яғына боролдо.

...Кәүҙәләре саҡаташтай ҡатҡан малайҙарҙың күҙ төптәренә ике йоҙроҡ хәтлем ике боҙ туңып йәбешкәйне.
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ