Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

БАЛЛЫ ҠАЛАС

17.01.21 | Раздел: Ижад / Балалар өсөн хикәйәләр | Просмотров: 508 | Автор: admin1 | Ошибка?
Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Умартасы бабай бер һауыт бал алып килгәйне. Быйыл үҙебеҙҙең бал ҡорттары күп ҡырылды, шуға бал да әҙ булыр инде, тине.
- Ә ниңә улар ҡырылдылар? – тип һораны Тәслимә.
- Сит яҡтарҙан ниндәйҙер уҫал ҡорттар килеп баҫып алды, үҙ-ара һуғышып һәләк булалар шул, ҡыҙым, - тине умартасы бабай. Тәслимәнең күҙ алдына бәләкәс кенә һөңгө тотҡан батыр бөжәктәр килде. Улар сәскәләрҙең һутын сит-яттарҙан һаҡлай.
Бына шул балды аҡ ҡалас телеменә мул итеп яғып, апаһы Тәслимәгә тотторҙо. Әсәһе:
- Бар, урамда уйнап тор. Ә беҙ баҡсаға картуф алырға сығабыҙ, - тине. – Аҙаҡ баллап сәй эсербеҙ.
Фәнүр ағаһы менән Таңһылыу апаһы ҡул араһына ингән инде. Тәслимә ҡасан инер икән әсәһенең ҡул араһына? Быны ул белмәй. Ул, тәмле ҡаласын тотоп, урамға сыҡты, ә ағаһы ишекте бикләп ҡуйҙы. Кеше-фәлән килһә, баҡсанан эҙләһен, йәнәһе.
Баллы ҡалас урамда бөтәһенә лә оҡшап ҡалды. Күңелле итеп баҫтырыш та, ҡасҡалаҡ та уйнанылар.Зәңгәр күк йөҙөндә аҡ ҡалас кеүек ялтырап торған Айға ҡарап та һамаҡланылар:
- Ай, Ай, ҡайҙа һинең тәтәйең? Бына минең тәтәйем!
Ҡулдарындағы сөйәлдәрен шулай имләнеләр.Инде уйнап арығас, ҡыҙыҡайҙарҙың ҙурырағы Лилиә:
- Тәслимә, бар, тағы ҡалас алып сыҡ! – тип бойорҙо. Ҡыҙ, ишектең бикле икәнен уйлап, ыҡ-мыҡ иткәнсе:
- Нимә, әллә һаранланаһыңмы? – тип көлдө. Башҡаларға етә ҡалды. “Һаран, һаран!” – тип үсекләргә тотондолар.
- - Мин... юҡ, мин һаран түгел!.. – Тәслимә илар сиккә етте. - Белгегеҙ килһә, беҙҙә бал – бер һауыт!
Эреле-ваҡлы бала-саға тәгәрәп уйнаған йәшел сиҙәм өҫтөндә һиллек урынлашты. Эскәмйәлә ултырған Лилиә яй ғына тороп баҫты, ә бәләкәсерәктәр, киреһенсә, эскәмйәгә үрмәләне.
- Ба-ал? Ә ҡалас бармы?
- Бар. Әсәйем бая ғына мейестән сығарҙы, күп!
- Алып сығаһыңмы һуң?
Тәслимә, ишек бикле шул, тигән ҡиәфәттә ҡулдарын йәйҙе.
- Асҡыстың ҡайҙа икәнен беләһеңме?
- Беләм дә ул...
- Белгәс, әйҙә, - тип Лилиә ҡапҡанан эскә инде. Арттарынан бөтә бала-саға эйәрҙе.
Асҡыс табылыуын-табылды ла, йоҙаҡҡа Тәслимәнең буйы етмәй шул! Лилиә лә, күпме һуҙылһа ла, аса алманы. Йоҙаҡ тыңламай ҙа ҡуя. Булаша торғас, йоҙаҡтың бөтөнләй бикле түгел икәнен аңғарҙылар. Шул саҡ Тәслимәнең иҫенә төштө: ағаһы бит, солан ишеген эстән элә лә, өй тәҙрәһе аша сыға. Тик был – сер. Уны әйтергә ярамай. Әлегә тиклем өндәшмәгән Рәзинә лә телгә килде:
- Келәне эстән асырға кәрәк! Тәҙрәнән инеп!
Тәслимә “аһ” итте:
- Ҡайҙан белдең?
- Беләм. Беҙ ҙә шулай итәбеҙ! – Яуапты көтөп тә тормай, Рәзинә бер тәҙрәне асып, эскә үрмәләне. Тәслимә лә - уның артынан . Соландан келәне астылар.
“Сиреү” шау-гөр килеп өйгә уҡталды:
- Ҡайҙа бал?
Ни булһа ла, булды инде, тигән һымаҡ, Тәслимә шкафҡа күрһәтте.
Баллы банка өҫтәлгә ”ҡунды”. Аҡ ҡаластар теленде. Был яуаплы эште Лилиә башҡарҙы. Бәләкәстәргә бысаҡ тоттора алмай бит инде. Һәр балаға етерлек итеп ҡырҡылған ҡалас телемдәренә ҡалын итеп бал яғылды.”Сиреү” тантана итте. Балы ағып төшә башлаған телемдәрен юғары күтәреп, берәм-берәм урамға атылдылар. Тәслимә лә уларҙан ҡалманы.
Эй елдерҙеләр ҡаласлы ҡыҙыҡайҙар ауыл урамы буйлатып! Түбән остан – юғары осҡа, ҡаластарын бер-ике генә ҡабып өлгөрәләр! Туҡтап әҙ генә ҡапҡылайҙар ҙа, ауыҙҙарындағын сәйнәргә лә онотоп, тағы тороп йүгерәләр. Ниңә, тиһегеҙме? Һуң, уларҙың табышын бүлешергә теләүсе ҡанатлы бөжәктәр арҡаһында инде! Кемдәр ул, тиһегеҙме? Кемдәр түгел, нимәләр! Һуң, шул безелдәп сәс араһына инеп, осло ҡаяуҙарын батырыусы ҡанатлы бөжәктәр инде!Аһ, тағы сағалар! Шәберәк йүгерегеҙ! Нимәләр булһын! Бал ҡорттары инде! Үҙҙәренең балын урлағандар, тип уйлайҙармы икән әллә. Ниңә өлкәндәрҙән һорамай алдығыҙ, тип ҡанығалармы икән!Белмәй, тиһеңме ни уларҙы, белә улар бөтәһен дә. Ана, тағы осоп килделәр, ҡасығыҙ!
Татлы ҡаластарын яйлап ашау насип булманы. Ҡарһаланып, урттарына тултырып, бер юлы һоғондолар ҙа ҡуйҙылар. Эңер төшкәнсе уйнау ҡайғыһы ла бөттө. Кемдең ауыҙы-күҙе, кемдең ҡулы шешеп сыҡты. Кис ауышҡас, таралыша башланылар. Ҡорттан сағылып бите ҡабарған Лилиә-командир, белекле төҫ менән:
- Һин әле ҡабаланма. Мин ҡарап киләйем, - тип, Тәслимәләрҙең өйөнә табан ыңғайлағайны, ҡабат йүгереп килде. – Тәслимә, ҡас! Ағайың хәҙер кәрәгеңде бирә! Ана, апайың да йоҙроҡ күрһәтә.
Ҡайҙа ҡасһын Тәслимә? Барыбер өйгә ҡайтырға. Ҡыҙыҡай, башын эйеп, алға атланы. Фәнүр ағаһы уны көтөп тора ине. Етәкләп өйгә алып инде. Унда Таңһылыу апаһы өҫтәлдәге, иҙәндәге икмәк ыуалсыҡтарын, һәр ергә буялған бал тамсыларын һөртөп, йүгерекләп йөрөп, таҙарта ине.
- Ниндәй бурҙар инде икән бында, һин күрмәнеңме? Ишектәр ҙә шар асыҡ ҡалған, - тип ҡаршыланы ул һеңлеһен.
- Күрҙем. Беҙ ҡыҙыҡайҙар менән индек.
- Нисек индегеҙ?
- Мин индерҙем. Тәҙрәнән.
Ағаһы менән апаһы бәләкәстәрҙең был ҡылығына шаҡ ҡатты. Картуф сығарып талсыҡҡандар, йөҙҙәре ҡарағусҡылланып киткән.
- Бар, әсәйҙе бал менән сәй эсергә саҡыр! - Тәслимә, күҙенең сите менән һауыттың төбөндә генә ҡалған гәрәбә төҫөндәге балды күреп, оятынан ҡайҙа инеп китергә белмәй тора. – Бар, бар әсәйҙе сәйгә саҡыр!
Тәслимә аяҡ аҫтындағы сәскәләрҙе лә күрмәй атланы. Көҙгө үләндәр уның итәгенән эләктереп тартҡандай булһа ла, ҡараманы. Шул мәлдә генә барып етте башына үҙ ғәйебе. Әсәһе картуф өйөмө янында бүлбеләрҙе биҙрәләргә тултыра ине.
“Әсәй, әсәкәйем, әрләмә инде мине. Һаран булғым килмәне бит. Башҡа бер ваҡытта ла улайтмам”, - тигән һүҙҙәрен эсенән генә ҡабатланы.
Картуф өйөмө ҙур ине. Әсәһе оҙаҡ ҡына уны әүеш-теүеш килтереп, бәрәңгенең эреһен – эрегә, вағын ваҡҡа бүлеп айырҙы, биҙрәләргә һалып, тоҡҡа тултырҙы. Исмаһам, берәй һүҙ өндәшһәсе! Тәслимә, әрләнеүен көтөп, киске эңергә хәтлем ултырҙы. Бер ваҡыт әсәһе:
- Тултыр, ҡыҙым, тултыр бәрәңгеләрҙе биҙрәгә, - тине.
Эй рәхәт булып китте ҡыҙыҡайға! Ҡулынан килгән эш менән әсәһен ҡыуандырырға тырышты.
- Әсәй, мин дә ҡул араһына индемме? – тигән була үҙе.
Был көн, шулайтып, иҫән-аман үтте. Тәслимәнең ғүмерлеккә хәтерендә ҡаласаҡ әле ул. Ә тулған Ай, күктән шаян ғына ҡарап: “Йә, сөйәлеңде миңә бирәһеңме?” –тип күҙ ҡыҫа ине.

(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ