Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН

12.01.21 | Раздел: Балалар өсөн шиғырҙар / Африкаға сәйәхәт | Просмотров: 554 | Автор: admin1 | Ошибка?

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН (китап)



ВИКТОРИЯ



- Арыҫландай ажғырып,

Ырғып төшөп тауҙарҙан,

Виктория -шарлауыҡ,

Сабаһың һин ҡайҙарға?



- Иркенлектә, киңлектә

Аҫау атым туғарам,

Үҙәнемә таралып

Сүл донъяһын һуғарам!





ЗЕБРА



- Эй, матрос! - тиҙәр уға, -

Йыуа һал палубаны!

Палубаһы - Африка,

Ә карап?

Капитаны?



Аҡ-ҡара тельняшкаһы 

Күренә шул алыҫтан.

Етеҙ, тыңлаусан икән,

Һиҙелә бер ҡараштан.



- Матрос, матрос! Әйт әле,

Ҡайҙа һуң бында диңгеҙ?

Ҡомло сүллек илендә

Ҡоролоҡ ята тиңһеҙ.



Тельняшка кейгәнһең дә,

Юҡмы ни һуң диңгеҙең?

- Ҡом иле - океаным,

Сүл матросымын - үҙем!



ГИПОПОТАМ



- Йомшаҡ мәтеле һыуҙы

Мин бигерәк яратам.

Эй кинәнәм ҡойоноп! -

Гөрөлдәй Гипопотам.



- Көләһеңме? Көл әйҙә!

Ҡыҙыҡмы һинең өсөн?!

Һис үкерәһем килмәй,

Ташып торһа ла көсөм!



Мин бит кескәй ҡоштарҙы,

Күбәләкте яратам... -

Күҙҙәрен йомоп, тала

Йоҡоға Гипопотам.



ЖИРАФ



- Жираф, жираф, әйтсе, ниңә

Оҙон һинең муйының?

- Ҡарар өсөн күктәрҙәге

Болоттарҙың уйынын!



Болоттар үҫә, ҡабара,

Хас күктәге януарҙар.

Саба унда һыбайлылар,

Уҡтары, яны ла бар.



Һунар ҡыҙа,

Аттар саба,

Саба күкте тултырып...

Жираф, мин дә еләйем бер,

Шул аттарға ултырып!



Мин осайым бер елкенеп,

Тотоноп ялдарына.

- Эй ҡыҙыҡай!

Болот-ялдар

Йәшәй хыялда ғына!



Хыял иле - бик бейектә,

Юғарыраҡ ул айҙан.

Шуға минең, эй ҡыҙыҡай,

Муйыным оҙонайған.



ДӨЙӘ МЕНӘН БӨЙӘ



Урам буйлап

Дөйә килә.

Урам буйлап 

Бөйә килә!

Береһе дәү, 

Бик ғорур,

Уға иғтибар зарур.

Ә береһе бәләкәс,

Үҙе бигерәк көләкәс!



Бөйәме ни көләкәс?

Уҫал бит ул, хәс әтәс!

Ҡунып алған дөйәгә -

Һүҙ әйтмәгеҙ Бөйәгә!



Дөйә яҡлай Бөйәне:

"Бөйәнең дә бар йәне!"

Юҡ, теймәбеҙ Бөйәгә -

Шулай оҡшай Дөйәгә!



НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ



Сүллектәр аша

Бер даръя аға.

Тыныс тулҡыны 

Ярҙарын ҡаға.

Таралып китә

Киң үҙәненә,

Йәм, ҡеүәт өҫтәп

Гөл-үләненә.

Ә бит тауҙарҙан

Шаулап аҡҡайны,

Шарлауыҡтарын

Ярһыулатҡайны.

Хәҙер тынған ул,

Килгән ул ыҡҡа:

“Һыуға туйһын, - тип, -

Минең Африка.



Уйһыуҙарымда

Йөҙһөн крокодил.

Белеп тор һин дә:

Африка – был ил!”



ПИРАМИДА



“Пи-

рамида.

Крокодил.

Мысыр. Виктория. Нил”. - 

Тип яҙҙы һүрәтенә,

Тап килтереп рәтенә, рәссам ҡыҙ Рәғинә.









ҺУҒЫШ УЙЫНЫ



Бынағайыш! Билдә - ҡайыш,

Ағас ҡылыс йә мылтыҡ.

Бушҡа бытылдап йөрөргә

Беҙ түгел бит бытбылдыҡ.



Тра-та-та! тип атабыҙ ҙа,

Быт-быт-быт! тип ятабыҙ.

Һуғыш уйыны уйнарға

Беҙ һәләк яратабыҙ!

.

Саң ҡуптарып уҙабыҙ беҙ

Таяҡ аттар атланып.

Урамдағы бала-саға 

Ҡарай беҙгә шатланып.





ЙӘЛИЛ-ДРЕССИРОВЩИК

Беҙҙең Йәлил - дрессировщик,
Ул бигерәк ҡыуанды,
Ата-әсәһе алып ҡайтҡас
Ап-аҡ ҡына ҡуянды.

"Наҙлыҡай" исеме оҡшай
Оҙонғолаҡ дуҫына.
Баҫа ла арт аяғына,
Ҡарай малай усына.

Ҡуян етеҙ, бик аҡыллы -
Аңлай Йәлил әйткәнде.
"Һә" тигәнсе, тәмләп-тәмләп
Һыпыра ул бесәнде.

Йәлил дуҫын бик ярата -
Иртән уянғас, тәүҙә
Ул йүгерә ҡуянҡайға:
- Әйҙә, уйна, сыҡ әйҙә!

Наҙлыҡай ҙа рәхмәт әйтә,
Ялап ала усынан.
Йәлил-дрессировщик шуға
Бик ҡәнәғәт дуҫынан!







КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ

Күгәрсен күҙҙәре -

Бигерәк саф үҙҙәре,

Мөлдөрәп ҡарайҙар,

Ялбарып һорайҙар:

Өҙмә, ти, сәскәмде,

Ҡәҙерлә, ти, йәмде!



ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ



“Ҙ-ҙ-ҙ!”

Һин кем?

Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ!

Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ?

Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ!



Май айында мин тыуҙ-ҙ-ҙым,

Япраҡтар ине ыуыҙ-ҙ-ҙ ,

Ҡыҙ-ҙ-ҙғылт, һары көҙ-ҙ-ҙ килде.

Һыҡма инде балауыҙ-ҙ-ҙ!



Сәскә еҫе, эй, ҡыҙ-ҙ-ҙыҡ,

Танауҙ-ҙ-ҙ-ы итә ҡытыҡ!

Күҙ-ҙ-ҙ йәшеңде ағыҙ-ҙ-ҙһаң,

Йөҙ-ҙ-ҙәрең була һытыҡ!



Етер инде, мыж-ж-жыма,

Теймә минең маҙ-ҙ-ҙама,

Түгеп йәшең күҙ-ҙ-ҙеңдән,

Күҙ-ҙ-ҙ ҡабағың күбенгән!



“Ҙ-ҙ-ҙ!”

Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ!

Ә һин үҙ-ҙ-ҙең кем?

Бәй! Һин бит – тыйнаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ!



ТУП

(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
ҠОМ СӘҒӘТЕ
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
ҠОМ СӘҒӘТЕ
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.