Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

БАЛСЫҠ ӨЙҘӘР — ЯР БУЙЫНДА

09.12.20 | Раздел: Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе | Просмотров: 220 | Автор: admin1 | Ошибка?
Балсыҡ өйҙәр — яр буйында,
Ҡыяуығым тулҡын ҡаға...
Бала сағым иле бит был,
Йылдар аға.
Быуат аға...
Итәктәрҙе бөрөп ҡуйып,
Һыу буйында мәж киләбеҙ.
Балсыҡ баҫып, буялышып,
Бер-беребеҙҙән беҙ көләбеҙ.
Һәр кемдең бар үҙ мөйөшө,
Әүәләгән үҙ балсығы.
Балсыҡ ҡәҙерен белә ҡыҙҙар —
Әрәм китмәҫ ыуалсығы.
Һыулап һыйпап, ялтыратып,
Шымартҡанда ҡулдар наҙлап
Йән ингәндәй була балсыҡ,
Киткән кеүек була баҙлап.
Баҙлап торған нур-балсыҡтан
Әүәләнә яҡты бер өй.
Әйҙә, уға өмөттәр өй,
Киләсәгең бәпләп сер өй!
Эй йырлаша кескәй ҡыҙҙар, 
Тилбер ҙә һуң бармаҡтары!
Бына әҙер киң иҙәне,
Диуарының бар яҡтары.
Барыһы бар: кәштә, һике,
Радиола, йоморо өҫтәл...
Донъя көтөү — бер ғүмер бит,
Шатлыҡ өҫтәп, бәхет өҫтәп!
Эй һеҙ, ҡыҙҙар! Тормошта ла
Уңһағыҙсы яҙмыштарҙан!..
Йылдар үткән... Балсыҡ өйҙәр
Йыуылғандар инде ярҙан.
Йыуылғандар, юйылғандар
Ер йөҙөнән ул хыялдар.
Донъя инде хәҙер башҡа...
Башҡа йырҙар, башҡа ярҙар...
Ҡыяуығым алҡын аға
Башҡа ваҡыт тулҡынында.
Балҡып көтә һымаҡ унда
Балсыҡ өйҙәр яр буйында.
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ