Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

МЫСЫР

09.12.20 | Раздел: Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе | Просмотров: 282 | Автор: admin1 | Ошибка?
Иң бөйөк бер фәндәй, беҙ өйрәндек
Дәрестәрҙә Мысыр тарихын.
Юҡһа, кәрәк ине — иҡтисадын,
Туризмдың иҫәп-тарифын?
Бәлки, бөтмөрөрәк булыр инек
Нефть ятҡылығы өҫтөндә?
Һүҙебеҙ ҙә үтемлерәк булыр,
Булыр ине, бәлки, өҫтөн дә?
Шулай уйлай микән Рәсәй халҡы
Төркөм-төркөм һиңә осҡанда?
Тарихтан да аҡса яһай белеү,
Мысыр, һинең инде ул ҡанда.
Мысыр, Мысыр! Тарихың бит ҡыҫыр
Түгел икән — тағы болғаныш
Ялмай һине, гүйә әлмисаҡтан
Арыҫланда саба Ғилғәмеш.
Китаптарҙан баҡҡан фирғәүендәр
Һиңә терәй ине арҡаһын.
...Тарих сылбырҙарын өҙөп улар
Дөмбөрҙәтә янъял арбаһын.
Мысыр, Мысыр, ҡайһы ерең ҡысыр —
Туҡмайһың һин үҙең-үҙеңде!
Һуғыш суҡмарына әйләндең дә
Юяһың һин һуңғы түҙемде.
Кисер, Мысыр, минең үҙ еремдә
Сафлыҡ күберәк кеүек тойола:
Боронғолоҡ йәме, миһырбанлыҡ, 
Халҡым моңон һаҡлай һәр йола.
Ҡатлам-ҡатлам ятҡылыҡтар асып,
Өйрәнгәндә башҡорт тарихын,
Ҡәҙерлерәк була бара беҙгә
Тыуған илдең һәр дүрт тарафы.
Моңо менән башҡорт телкәйенең 
Асылғанда теле сабыйҙың,
Бар тәбиғәт, мең-мең йыллыҡ тарих:
“Балам!” — тиеп уны таныйҙыр.
Юҡ, кәрәкмәй, Мысыр, тарих менән
Һатыу иткән кәсеп фасылың.
Асылһын, тим, Башҡортостанымда
Әлмисаҡтан килгән асылым!
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ