Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

ЙЫРСЫ

09.12.20 | Раздел: Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе | Просмотров: 304 | Автор: admin1 | Ошибка?
Күҙҙәренән йәштәр эркелде лә
Сикәһендә бүртте ҡан тамыры.
Юғары бер татлы көсөргәнеш
Биләп алды аңын.
Йән татыры 
Йыуылып-йыуылып аҡты биттәренән...
Гүйә, шул саҡ Ғайса үҙе баҡты
Ҡаҙаҡланып ҡалған ҡаҡ тәренән
Булмышына...
Эйе, йырланы ул.
Моң даръяһы ташты,
Ярҙан ашты.
Иң-иң нескә тулҡын көйләнеше
Күңелемдең ситлектәрен асты.
Һыҙландырҙы
Ул моң йөрәгемде,
Алып осто уны бейеклеккә.
Күрәм шул саҡ:
Берҙәй тигеҙ үлсәм —
Түбәнлеккә унда, бөйөклөккә.
Әҙәм йәнкәйҙәре — ҡурсаҡ ҡына
Күренмәҫ еп таҡҡан бармаҡтарҙа.
Һис яуап юҡ, көтмә: кемдә хаҡлыҡ —
Олпаттарҙа,
Әллә һармаҡтарҙа,
Ғәҙелдәрҙә,
Әллә залимдарҙа,
Зыялыла,
Әллә хакимдарҙа,
Изге йәндә, әллә хөкөмдарҙа...
Аҡты ул моң ил тамыры буйлап,
Меңдәрсә йән иңрәп ҡуйҙы шул мәл.
Меңдәрсә күҙ йәштән быуылды ла
Миһырбанлы бер Аң тыуҙы шул мәл
Күмәк һыҙланыуҙан: 
Ос, күңелем,
Бейеклектән ҡара, был ғүмерҙәр
Кем өсөндөр сәскә тулы баҡса, 
Кем өсөндөр утлы көл-күмерҙәр...
Меңдәрсә күҙ
Зәңгәр экран аша
Тоташҡан да донъя эфирына,
Йырлай унда
Дмитрий Хворостовский,
Айырмайса мөьмин, кафырына,
Шул юғары тулҡын көйләнеше
Әүерелгән
Шәфҡәт күсәренә.
Ос, күңелем!
Барлыҡ ғәмәлдәге
Ҡабул ҡыл һин әҙәм ихтыяжын:
Моң тирбәлтһен һине тулҡынында,
Башыңа кей
Пәйғәмбәрҙең тажын.
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ