Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән

12.01.21 | Раздел: Ижад / Балалар өсөн хикәйәләр | Просмотров: 345 | Автор: admin1 | Ошибка?
Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән
(хикәйә)
— Эй, ҡояшҡайым! Торҙоңмо? Әйҙә, кил, сәй эсәйек, —тип ҡаршылай иртән Саматты өләсәһе.
Саматтың йәне көйә. Ниндәй ҡояш булһын ул? Белә инде, өләсәһе уның ерән сәсенә ишаралай. Сәсе сәс кенәме әле, бөҙрә етмәһә. Ә был һипкелдәре… Өләсәһе уларҙы, нур бөркә, ти. Юҡты һөйләй инде. Ата-әсәһе уны ауылда ҡалдырып киткәс, Саматҡа ярайым, тип, юрый шулай мәрәкәләй.
Самат үҙ баһаһын белеп кенә, яйлап ҡына өҫтәл янына килә. Шундуҡ ауыҙы йырылып та китә. Өләсәһе уның яратҡан ҡоймағын бешереп ҡуйған. Шулай ҙа, һыр бирмәй:
  •  Өләсәй, һин мине ерән булғаным өсөн үсекләйһең! — ти.
Өләсәһе ҡарашын мөлдөрәтә:
  •  Балаҡайым, ерән сәсең бик килешә үҙеңә, ҡояшҡайым! Ерәнсә сәсәнем!
  •  Юҡ, әйтмә миңә улай! — Самат мәсьәләне малайҙарса ҡаты ҡуя.
  •  Ярай, балам, әтү ярай. Мин бит һине Ерәнсә сәсән һымаҡ матур ҙа, йор һүҙле лә булырһың, тип ҡыуанам ғына.
  •  Ә кем ул?
  •  Бәй, белмәйһеңме ни? Шундай сәсән батыр булған элек. Башҡорт, ҡаҙаҡ далаларын гиҙеп йөрөгән. Тапҡырлыҡта тиңе булмаған Бәндәбикә уға үҙе ғашиҡ булған, тиҙәр.
  •  Бәндәбикә? Атайым әйткән Бәндәбикәме?
  • Эйе, атайың менән әсәйең тарих өйрәнә бит. Улар Бәндәбикәнең кәшәнәһен дә барып ҡарағандар. Элек Ыҡ йылғаһы даръялай аҡҡан. Шуның ярында Бәндәбикә йәшәгән. Зирәк аҡылы менән тирә-яҡта дан тотҡан. Ерәнсәнең уға күҙе төшә. Улар өйләнешә.
Бер саҡ Ерәнсә:
— Мин егеттәр менән барымтаға барам! — ти.
Бәндәбикә риза булмай, яу уңышһыҙ булыр, тип юрай. Ерәнсә тыңламай, китә… Шул яуҙа тәү тапҡыр еңелә ул.
  • Еңелә?
— Ҡаҙаҡтар еңә уларҙы. Ике яҡтан берәр батыр алышҡа сыға. Башҡорттарҙан — Ерәнсә. Ҡаҙаҡ бәһлеүәне уны йығып, һөңгөһөн ҡаҙайым тигәндә, Ерәнсә хахылдап көлөп ебәрә.
  • Ниңә көләһең? — тип аптырай ҡаҙаҡтар.
  •  Эй, нисек көлмәйем инде, бисә һүҙен тыңларға кәрәк булған икән. Бәндәбикә , барма барымтаға, тигәйне бит миңә.
  •  Бәндәбикә? Әүлиәлеге менән дан тотҡан Бәндәбикә һинең бейсәңме ни?
  •  Эйе.
  •  Ә һин, улай булғас, Ерәнсә сәсәнме?
  •  Эйе лә һуң.
Ҡаҙаҡтар геү килешә. Ерәнсәне ҡосаҡлап алалар. Уның сәсәнлеген ишеткәндәре бар икән, ҡобайыр әйтеүен һорайҙар. Аҙаҡ башҡорттарҙы ҡунаҡ итеп, бүләктәр менән оҙаталар. Шулай итеп, Бәндәбикәнең абруйлы исеме Ерәнсәне ҡотҡарып алып ҡала. 
… Самат уйға ҡалды. Ерәнсә менән Бәндәбикә тураһындамы икән? Баяғы үпкәһен онотто, шикелле. Шунан былай тип әйтеп ҡуйҙы:
  • Мин, өләсәй, һине тыңлап ҡына торам, эйе бит?
  •  Эй, балам, һиңә гел изге юлдан йөрөргә яҙһын инде…
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ