Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

Әйҙәгеҙ, майлы ҡоймаҡ ашарға!

12.01.21 | Раздел: Ижад / Балалар өсөн хикәйәләр | Просмотров: 353 | Автор: admin1 | Ошибка?
Кикерикүк 
йәки
Әйҙәгеҙ, майлы ҡоймаҡ ашарға! 
(тылсымлы мажара)
Таң алды. Урмандағы өңө янына Төлкө йүгереп килә. Уның ҡултыҡ аҫтында – ҡойроғо төрлө төҫтәрҙәге Әтәс.
Әтәс: Ебәр, тим, хәҙер үк мине!
Төлкө: Ебәрәм, ебәрәм, Әтәскәйем! Һине нисә айҙар буйына күҙәтеп кенә үҫтерҙем, себеш кенә сағыңдан уҡ! Күңелемә хуш килдең.
Әтәс: Бынағайыш! Мин нимәгә кәрәк булдым һуң һиңә!
Төлкө: Эййй, йөрәккәйем, мине гел яуыз итеп һөйләп башыңды бутап бөткән шул инде хужабикәң.
Әтәс: Яуыз булмай, кем булаһың һуң? Ниңә бөтә тауыҡтарҙы урлап алып китеп бөттөң?
Төлкө: Мин бит һеҙҙе ҡотҡарырға уйланым! Тауыҡтар йомортҡа һала ла һала, ә хужабикәң уларҙы ҡайҙа итә? Беләһеңме? Ашай бит ул уларҙы! Мату-у-ур ғына йомортҡаларығыҙҙы!
Әтәс: Нисек – ашай? (аптырап, ҡағынып ҡуя)
Төлкө: Млям-млям, млям-млям! – тип ашай. (ялана)
Әтәс:  Ә һин ашамайһыңмы?
Төлкө: Ю-у-о-ҡ!  Мин бит һеҙҙе ҡайғыртам. Әле мин бик яңы бер эксперимент үткәрәм. Күп тауыҡтар күмәкләшеп бер ҙууур йомортҡа һалһа, унан ҙууур бер әтәс себеш килеп сыҡһа, вәт был, исмаһам, Әтәстәр революцияһы булыр ине!
Әтәс: Нимә, нимә?! Әтәстәр революцияһы? Хужабикәнең телевизорынан тәҙрә аша яҙа-йоҙа ишеткәйнем мин ул ыруаляцияны!
Төлкө: Бына, бына! Шул инде! Яңы тормош! Һине шуға тип алып килдем бит!
Әтәс уйға тала. 
Төлкө (үҙ алдына мығырҙана): Эй маҡтансыҡ, арты асыҡ! Әллә нимә уйлап ултырған була, уйлай белгән төҫ сығарып! Тәәәк, тәк, тәк... Әле генә ашағы килмәй бит әле үҙен, бигерәк матур! Бер көндө урманда бик ҙур йомортҡа күргәйнем... Хикмәт! Быға шуны күрһәтер кәрәк! Туҡта, тәүҙә үҙем барып ҡарап киләйем дә... Һай, аҡыллы ла инде үҙем!
Төлкө, Әтәсте өйөнә ябып, сыға.
Урманда Бесәй менән Сысҡан йөрөй.
Бесәй: 
  • Эй-йе, мин бик аҡыллымын—
Мыйыҡлымын,
Һаҡаллымын!
Сысҡан: 
Һаҡаллыһың?
Бесәй: 
Бына бит мыйығым бар!
Ә һинең маңлайың тар!
Сысҡан: (ҡапыл ҙур йомортҡаны күреп)
Тарын тарҙыр, килешәм...
Ә бынау йомортҡаның, әкиәттәге һымаҡ, бер һелтәп,
Хәлен белешһәм?
Ни тиерһең?
Бесәй: (күҙе дүрт була)
О-о! Фантастиш!
Сысҡан: Нимә? Был таш, тиш?
Минең башым, тиһеңме, биш?
Әйҙә, бынан тиҙерәк ҡасайыҡ.
Бесәй: Йәки быны ватып ашайыҡ.
Сысҡан: (Төрткөләп ҡарай.
Нимәлер һиҙемләй.)
Был түгелдер ябай йомортҡа...
Бесәй: Их, түгелмен үҙем тумыртҡа,
Оҙон суҡышым менән тишергә...
Шундай ҙур, тәмле йомортҡа!
                Шунан, бутап һуған-кишергә,
Их ҡыҙҙырып уны бешер ҙә...
Млям! Млям! (ирендәрен ялай)
(Шул саҡ йомортҡа эсендә тауыш ишетелә.)
Йомортҡа: Т-Ш-ш-ш! Б-Б-ш-ш!
Сысҡан: С-и-и-и!
Ул әйтте: “Таш!”
Бесәй: М-р-р... Ул әйтте: “Баш!”
Сысҡан: Мин ҡастым! Һин дә ҡас!
Бесәй: Ә минең ҡарыным ас.
Сысҡан: Ул таш! (өҫкә күрһәтә)
Ул— Баш! (күкрәген кирә)
Бесәй: Таш булһа ла, баш булһа ла барыбер түгелме ни һиңә! Вәт әй, ҡанды ҡыҙҙыра! Тотоп үҙеңде ашайыммы ни хәҙер?!
Сысҡан: Ярай-ярай, нимә сығырыңдан сығаһың? Минең һиңә ни зыяным? 
Бесәй: (йомортҡаны этеп ҡарай)
Арыу елле генә был. (Сысҡанға)
Әйҙә, ярҙам ит әле.
Икәүләп көсәнеп этәләр, йомортҡа бер яҡҡа ауыша башлай.
Йомортҡа: Тө-өш! Бе-еш!
Сысҡан: С-и-и-и!
Ул әйтте: Төшәм!
Бесәй: Мр-р-р.
Ул әйтте: Бешәм!
Сысҡан: Мин ҡастым! Һин дә ҡас!
Бесәй: Ә минең тамағым ас.
Сысҡан: Хәҙер ул өҫтөбөҙгә төшә!
Бына бит, тотонһаң, ҡул бешә!
Бесәй: Ҡарале әй. Төшһә һуң, бешһә һуң!
Рәхәтләнеп ашарбыҙ, исмаһам!
Сысҡан: Ай-һай... Ярай ҙа һуң,
Аҙағынан ҡоҫмаһаң...
Бесәй: Әйҙә беҙ уға (ҡулы менән тотонорға итә лә, ҡапыл тартып ала), уй, бешерә шул! Әгәр беҙ уға һыу һипһәк?
Сысҡан: Вәт әй, тинтәк тек тинтәк.
Бесәй: Нимә тинең? (асыуланып ҡарай)
Сысҡан: Ю-у-уҡ! Мин әйтәм: Тәк-тәк-тәк!
Үҙең бит бигерәк зирәк! (ситкә ҡарап)
Бесәй: Килтер шунда берәй сүмесме, ҡомғанмы!
Сысҡан йүгереп сығып китә лә көскә-көскә ҡомған күтәреп инә. Уның йә морононан, йә тотҡосонан тотоп тарта, залда балаларҙы көлдөрә.
Бесәй: Йә инде, мыштырлама!
Сысҡан ҡомғандан һыу ҡоя. Йомортҡа, эҫе мунса ташылай, шажлай.
Йомортҡа: Шаж-ж! Таж-ж!
Сысҡан: (йүгерә) Си-и-и!
Ул әйтте: Шаж!
Бесәй: М-р. Ул әйтте: “Таж”.
Сысҡан: Мин ҡасам. Һин дә ҡас!
Бесәй: Һуң, минең бит ҡарын ас!
Сысҡан: Ул — Шаж! (ике ҡулын юғарыға һоноп доға ҡылған хәрәкәттәр яһай)
Бесәй: Ул — Таж!
(таж кейгән хәрәкәт яһай, күкрәген киреп эре йөрөй)
(Шул саҡ йомортҡа сатнап китә. Бесәй менән Сысҡан ҡурҡыштарынан ҡатып ҡала. Йомортҡа тағы сатнай, тағы. Унан Аждаһаның башы күренә. Аждаһаның башы күренгән урындан нурҙар бөркөлә.)
Аждаһа: (тауышы яңғырауыҡ менән сыға)
Мин! Ә, мин!
Сысҡан: Әмин, тиме?
Бесәй: Әмин, тиме?
Аждаһа: (яңғырауыҡ тауыш менән)
Көн! Ә, көн!
Сысҡан: Күн, тиме?
Бесәй: Миңә, күн, тиме ни?
Аждаһа: (яңғырауыҡ тауыш менән)
Төн! О, төн!
Сысҡан: Тун, тине!
Бесәй: Төңөл, тине! Әллә түңгәк, тинеме?
Аждаһа: (яңғырауыҡ тауыш менән)
Һуң? Ни һуң?
Сысҡан: Инде һуң, ти. (синап илай)
Бесәй: Туң инде беҙ, туң, аңһыҙ, эй туғанҡайым...
(ярамһаҡланырға уйлай)
Аждаһа: (Ябай)
Кем?
Сысҡан: Кем, тисе!.. (илай)
Кемебеҙҙе башта ашар икән инде?
Бесәй: Кем, тип, ни, әфәндем, бер кәрәгебеҙ тейер, бәлки?..
Аждаһа: (ябай тауыш менән)
Кем — мин?
Сысҡан: Һин? Һин — Ш-с-с-аж!.. 
Бесәй: О! Һин, ғали йәнәптәре Т-т-т-т-аж!.. 
Аждаһа: Ә-ә, мин — Аж!
Сысҡан менән Бесәй: Эйе, эйе, эйе (сәпәкәйләйҙәр)
Сысҡан: Эйе-йе, һин Аж, даһа!
Бесәй: Улай ғына ла түгел, һин — Аж, даһи!
Аждаһа: О-о! Мин Аж-даһа, даһи!
Сысҡан менән Бесәй сәпәкәй итәләр.
Аждаһа: О! Мин Аждаһа!
(утлы тынын бөркә)
Сысҡан: Си-и! (ситкә йүгерә)
Бесәй: Мыяу! (ситкә һикерә
Аждаһа: Нимә?
Сысҡан: Беҙ ҡурҡабыҙ!..
Бесәй: Былай, м-р-р, теймә!
Аждаһа: Һеҙ минең атам-әсәм түгелме ни?
Сысҡан: Юҡ!
Бесәй: Юҡ!
Аждаһа: (ҡурҡып) Ә минең атайым, әсәйем ҡайҙа? А-һ-а-һай (илай).
Сысҡан менән Бесәй бер-береһенә ҡарашып аптырай.
Сысҡан: Илама, илама, бәпесем! Бәү-бәү!
Бесәй: Тыныслан, тыныслан, бәләкәсем! Бәү-бәү-бәү!
Аждаһа: Ы-ы-ы (тынысланып). Мин әҙ генә бәү-бәү итәм. Мине ташлап китә күрмәгеҙ.
Аждаһа йоҡоға тала. Ул тын алғанда тирә-йүндәге ағастар, үләндәр талғын тирбәлә. Бесәй менән Сысҡан да Аждаһаның һулышы ыңғайына әле бер, әле икенсе яҡҡа янтая, Сысҡан йығылып, осоп-осоп та китә, кире тора һалып Бесәйгә ҡарай.
Сысҡан: Сии-и-и. Нимә эшләйбеҙ?
Бесәй: Тирбәләбеҙ, күрмәйһеңме ни? Был Аждаһа бик арбағыс йәнлек булып сыҡты. Бөтә урманды үҙ көйөнә бейетә.
Сысҡан: С-и-и (көйләй). Ни ҡылабыҙ? Ул хәҙер уяна, беҙҙән ашарға таптыра башлай.
Бесәй: Мин дә ашарға таптырам. Ә-ә! Беҙ былай итәбеҙ. Мин һине ашайым. Ә ул...
Сысҡан: Ә ул — һине! 
Бесәй: (ҡапыл уянып киткәндәй.) Нимә? Мине?
Сысҡан: Һуң, һин мине ашаһаң, ул һине ашарға тейеш тә инде!
Бесәй: Нишләп — тейеш ул?
Сысҡан: Ә нишләп һин мине ашарға тейеш?
Бесәй: Бөтә бесәйҙәр ҙә сысҡан тота.
Сысҡан: Ә... бөтә аждаһалар ҙа бесәй тота!
Бесәй: Кем әйтте?
Сысҡан: Әле генә ҡолағыма кемдер шыбырланы.
Бесәй: (мыҫҡыллы): Йә, йә, шылдыр, кем шыбырланы?
Сысҡан: Үҙем дә белмәйем. Ниндәйҙер бер тауыш.
Бесәй: Нимә тине инде?
Сысҡан: (үҙенә хас булмаған тауыш менән) “Һеҙ, бахыр мәхлүктәр, бер-берегеҙҙе ашайһығыҙ. Шуға бәхетһеҙһегеҙ” ,— тине.
Бесәй: (өндәшмәй, ҡаты уйға бата).
Аждаһа: (йоҡо аралаш) Мығыр-мығыр. (танауынан ут бөркә)
Сысҡан: С-и-и!
Бесәй: Әйттем бит мин һиңә! Ә һин — “мығыр-мығыр!” Мығырлайһың да мығырлайһың.
Сысҡан: Әйҙә, табайыҡ берәй йүнен.
Ҡасайыҡ!
Күрһен ул үҙе үҙ көнөн!
Бесәй: Ҡарап-ҡарап торам да —
Бер аҡыллыһың, бер йүләр!
Нисек уны ташламаҡ?
Беҙһеҙ ул бер көндә үлер!
(Аждаһаға ҡарап)
Бәлли-бәү-бәү!
Сысҡан: (үҙ алдына)
Бахыр ғына минең Бесәйем...
Мин түгел дә һинең әсәйең.
Һин тип барыбер өҙөлә йөрәгем.
Минһеҙ юҡ бит һинең терәгең...
Музыка. Көй ыңғайына, бөтәһе бергә бәүелеп, йоҡоға тала.
Сысҡан: “си-и”, тип, Бесәй “Мр-р-р” тип, Аждаһа “ф-ш-ш!” тип тауыш сығара.
Шул ваҡыт Төлкө сығып, ситтән был хәлгә ҡарап тора.
Төлкө: Ошонда бер ҙур йомортҡа күреп ҡалғайным. Ә-ә, бына ватыҡтары... Был ни ғиллә тағы? Ошолар уны ватҡанмы ни?! Тәк-тәк-тәк... Йоҡлағыҙ әле, йоҡлағыҙ.
(Ҡарана-ҡарана сығып китә.)
Был ваҡыт ҡап-ҡара булып бысранған Әтәс килеп инә.
Әтәс: Юрый уйланған булып ултырып ҡалдым. Төлкө өйөнөң мөрйәһенәнме, төнлөктәнме үткәнсе матур ҡаурыйҙарым бысранды. Балалар, таныйһығыҙмы мине? (Залдағы балаларға өндәшә) Кикирикүүүк! (тауышы сыҡмай) Зыңғырлап торған тауышым да әллә ҡайҙа булған! (ҡанаттарын ҡаға). Ярай, һеҙ бер кемгә лә әйтмәгеҙ мине күргәнегеҙҙе! Ошонда ҡасып ултырып торайым. (Йәшенә)
Уңғанбикә ҡарсыҡ урман ауыҙына килә.
Уңғанбикә: Бес-бес-бес! Бесәйем, Мыяубай! Ҡайҙа ғына йөрөйһөң икән! Ниңә генә һине рәнйеттем!
Сысҡан тотмайһың, тип әрләнем!
Ә һин үпкәләп сығып киттең!
Бес-бес-бес! Мыйыҡлы ғынам,
Аҡыллы ғынам!
Уға Төлкө осрай.
Төлкө: Нимә булды, Уңғанбикә?
Уңғанбикә: Эй, Төлкөбикә! (ситкә ҡарап)
Башҡа ваҡыт булһа, һөйләшеп тә тормаҫ инем дә бит, ҡороғор. (Төлкөбикәгә) Эй, күпте белгән дуҫҡайым! Бесәйем сығып китте, шуны эҙләп йөрөйөм.
Төлкө: Кит, юҡ артынан йөрөйһөң!
Нимәгә һиңә шул ҡорсаңғы бесәй?
Уңғанбикә: Нишләп ҡорсаңғы булһын, ти, ул? Минең мыйыҡлы ғына, һаҡаллы ғына, аҡыллы ғына бесәйем.
Төлкө: Күрҙем инде, күрҙем!
Аҡыллы, имеш. Сысҡан менән ҡосаҡлашып ята ине.
Уңғанбикә: Сысҡан менән? (үҙ алдына) Сысҡанды йәлләгәйне. Шуның менән бергә ҡасып киткән! (Төлкөбикәгә) Эй-й, бигерәк шәфҡәтле шул бесәйем. Сысҡанды ла йәлләй!
Төлкө: Э-э. Шулай булмай ни! Сысҡан уны пленға алған. Һинең бесәйең — эшкинмәгән ҡурҡаҡ!
Уңғанбикә: Ярай, ниндәй булһа ла үҙемдеке. Ҡайҙа улар? Алып бар мине улар янына.
Төлкө: Ҡуй, Уңғанбикә, йүләрләнмә! Улар хәҙер бик ҡурҡыныс януарға әйләнгәндәр. Бөтә ҡош-ҡорттоң йомортҡаһын ватып эсеп йөрөйҙәр. Үҙем күрҙем! Иҫереп йоҡлап яталар ине.
Уңғанбикә: Төлкөбикә, һинең һүҙеңә ышанаһым юҡ. Күпме тауығымды урлап ашаның. Әтәсем дә әллә ҡайҙа китеп олаҡты. Шул һинең яуызлығыңдыр әле! Хәҙер бесәйемдең башына етергә итәһең. Ҡайҙа улар, әйт!
Төлкө: Ю-о-оҡ! Нисек инде мин ундай яуызлыҡҡа барайым! Бынау тиклем аҡылым, матурлығым менән! 
Уңғанбикә: Улай аҡыллы баш булғас, әйтеп ебәр әле, ҡайҙа киткән улар?
Төлкө: Бәлки, әйтермен дә! Ә миңә нимә бирәһең?
Уңғанбикә: Бер йомарлам май!
Төлкө: (ауыҙын ялап) Ярай. Әйҙә, күрһәтәм. Мыйыҡлыңды. Аҡыллыңды. 
Уңғанбикә: Күрһәт, хәҙер үк күрһәт!
Аҡланға киләләр.
Сысҡан, Уңғанбикәне күреп, ағас артына ҡаса. Уңғанбикә Бесәйенә эйелеп һыйпай, Бесәй уяна.
Бесәй: Мр-р!
Уңғанбикә: Мыйыҡлыҡайым!
Һаҡаллыҡайым!
Аҡыллыҡайым!
Әйҙә, ҡайт өйгә, һис бер асыуланмам!
Бесәй: М-р-р. Мин... ҡайтыр ҙа инем, дуҫтарымды ташлай алмайым.
Уңғанбикә: Кемдәр һуң ул — дуҫтарың?
Бесәй: Сысҡанбәк, сыҡ!
Сысҡан: Сиҡ!Сиҡ! (осҡолоғо тота).
Уңғанбикә: (баш сайҡай) Ә һин минең тупһамды кимермәйһеңме?
Сысҡан: Юҡ! Юҡ! (осҡолоғо тота).
Уңғанбикә: Ә һин минең онло тоғомдо тишмәйһеңме?
Сысҡан: Юҡ! Юҡ! (осҡолоғо тота).
Бесәй: Хужабикәм, мин асыҡтым!
Уңғанбикә: Әйҙә һуң, ҡайтайыҡ, тим бит, Сысҡанбәк тә ҡайтһын, ярай. Мейесем генә тартмай. Иҫкергән дә инде. Шажлатып майлы ҡоймаҡ бешерер инем дә...
Бесәй: Млям!
Сысҡан: Си-и!
Уңғанбикә: Мейес тартмағас, бешереп булмаҫ шул. Усаҡта бешкән усаҡта бешкән инде ул!
Шул саҡ Аждаһа уяна.
Аждаһа: Ф-ж-ж! (танауынан ут бөркә)
Уңғанбикә: (ҡурҡып) Был кем ул?
Бесәй менән  Сысҡан бергә: Ул Аждаһа, беҙҙең дуҫыбыҙ!
Уңғанбикә: Аждаһа! Хоҙайым, ҡасайыҡ тиҙерәк бынан! Башыбыҙҙы ашар!
Бесәй: Ул һәйбәт. Ул асыҡҡан. Ул беҙҙе үҙенең ата-әсәһе тип уйлай. Бынау йомортҡа эсенән сыҡты. Аждаһаҡайым минең!
Уңғанбикә: Аҡыллыҡайым! Аждаһа — ҡурҡыныс, унан ҡасырға кәрәк.
Бесәй менән  Сысҡан бергә: Ул беҙҙең дуҫыбыҙ!
Уңғанбикә: Йә-йә, аңланым. Бынау тоҡта бесәйемә тип ашарға алып килгәйнем, мәгеҙ.
Бесәй, Сысҡан, Аждаһа тоҡто асып ашарға тотона.
Төлкө (Уңғанбикәгә) Йә, мин һиңә бесәйеңде күрһәттем. Йомарлам майың ҡайҙа?
Уңғанбикә: (тоғонан май сығара) Мә, Төлкөбикә.
Төлкө: (майҙы ала, ҡыуана) Уңғанбикә, ҡарап-ҡарап торам да, былар ысынлап та бер-береһенә эҫенгән. Көнләшеп үлерлек! Минең дә шундай дуҫтарым булһасы! (Сеңләп илай башлай)
Сысҡан, йүгереп килеп, Төлкөнөң ҡолағына нимәлер шыбырлай. Төлкө ҡыуанып китә. 
Уңғанбикә: Ярай, Төлкөбикә, һин миңә изгелек эшләнең, бесәйемде таптың. Һиңә асыу тотмайым башҡа!
Төлкөбикә: Тимәк, беҙ дуҫтар?
Уңғанбикә: Эйе, тауыҡтарыма башҡа теймәһәң.
Төлкөбикә: Тауыҡ та булғанмы нәмә? Дуҫлыҡ бөтә тауыҡтарҙан да юғары! (Үҙенең һүҙенә үҙе аптырап тора). 
Шул саҡ йәшенгән еренән Әтәс килеп сыға.
Әтәс: Уңғанбикә, хужабикәм!!! Ышанма уға!
Бөтәһе лә аптырап ҡала.
Әтәс: Төлкө мине урланы! Ыруаляция яһайбыҙ, тип алдап башымды ҡатырҙы!
Бөтәһе лә Төлкөгә ҡарай.
Төлкө: Бына һиңә кәрәк булһа! Хәҙер мин ғәйепле, имеш! Үҙең артымдан эйәрҙең бит! (Илаған төҫ сығара) Бына Әтәсте һеҙгә кире ҡайтарам. Бер йөнөнә лә теймәнем!
Уңғанбикә (Әтәскә): Йә, ярай, иҫән-һау ҡотолдоң! Үҙең дә күп маҡтандың!
Төлкө: (Сысҡанға, Бесәйгә ҡарап ала) Уңғанбикә әхирәтем! Кәңәшемде йәлләмәй әйтәйем әле. Мейесең тартмай, усағым һүнгән, тиһеңме? 
Уңғанбикә: Эйе, майлы ҡоймаҡ бешереп ашатыр инем дә...
Төлкө: Ә һин Аждаһаның танауынан сыҡҡан утты күрҙеңме? 
Уңғанбикә: Күрҙем, күрҙем, әстәғәфирулла! (ҡапыл ҡыуанып китеп) Ә-ә! Аңланым!
Төлкө: Эйе шул, әхирәткәйем!
Уңғанбикә: Балалар!
Әтәс, Сысҡан, Бесәй, Аждаһа бергәләп: Әү!
Уңғанбикә:Әйҙәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә ауылға!
Бесәй: Аждаһаны ла алабыҙмы?
Уңғанбикә: Ә ул танауынан бөрккән уты менән мейесемде эшләтеп ебәрерме икән?
Аждаһа: Кем? Минме? Шажлатам ғына мин уны!
Бесәй, Сысҡан: Ур-ра! Майлы ҡоймаҡ ашайбыҙ!
Төлкө: Мин дә барайыммы?
Уңғанбикә: Бесәйем табылыу шатлығынан бөтәгеҙҙе лә ҡунаҡ итәм!
Әтәс: Кикерикүүүүк!
Йыр яңғырай. Аждаһа ҡанаттарын йәйә, бөтәһе лә уға ултырып, ауылға табан оса.Шаршау.
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ