Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

ИШЕТ МИНЕ

17.01.21 | Раздел: Ижад / Балалар өсөн хикәйәләр | Просмотров: 349 | Автор: admin1 | Ошибка?
Эй йырлағыһы килә Рәйләнең. Бөтәһен дә таң ҡалдырыр ине. "Бәй, матур йырлай икән ул, беҙ белмәгәнбеҙ ҙә..." — тип бот сабырҙар ине.
Бер кем дә тыңламай шул үҙен. Өләсәһе өйрәткән өс-дүрт таҡмаҡты үҙе "сығарған" көйҙәрҙе көнө буйы мөңрәп йөрөй. Радионан ишеткән йырҙарҙы ла ҡыҙыҡай тиҙ ятлап ала.
— Ҙурайғас, йырсы булам, — тиеүенә ололар аңлаусан йылмайып, тиҫтерҙәре көлөп кенә ҡуя.
Бер ваҡыт, әхирәттәре менән урамда "өй" уйнағанда, яндарына таныш түгел ҡыҙ менән малай килеп баҫты. Ҡыҙыҡайҙың танауы ныҡ өҫкә ҡарап торһа ла, күҙҙәренең нуры йөҙөн ғәләмәт биҙәй. Ә малай уға бөтөнләй оҡшамаған, һары бөҙрә сәсле. Былар шундуҡ Рәйләнең күңеленә ятты. Бигерәк тә — һаламдан үрелгән ыҡсым эшләпәләре. Бер нисә минуттан улар сыр-сыу килеп баҫтырыш уйнайҙар ине инде.
Малай менән ҡыҙ игеҙәк икән, исемдәре — Илгиз менән Илгизә. Малай, ҡулдарын маңлайына мөгөҙ һымаҡ ҡуйып, мөңрәп, Рәйләне ҡурҡытҡан булды, ә Рәйлә ҡурҡҡан һымаҡ ҡыланып йүгерҙе. Үҙе Илгиздең һалам эшләпәһенән күҙен дә алманы.
Илгизәнең Рәйләгә бигүк иҫе китмәне. Бындай ябыҡ һикерәндәк ҡыҙыҡайҙарҙы күп күргәнем бар инде, тигәндәй башын ситкә кенә бора. Етмәһә, шунда Рәйләнең Фәнис ағаһы килеп эште боҙҙо. Эй үҙен һауалы тотҡан булып һеңлеһен өйгә саҡыра, йәнәһе, тамаҡ ялғарға. Ә үҙе бер ҙә ҡабаланмай. Башҡа саҡта йыраҡтан ғына ҡысҡыра ине әле. Һалам эшләпәләргә ҡыҙыға инде, һиҙмәй тигәс тә.
Ҡала ҡыҙы күп матур йырҙар белеүен, мәктәптәрендәге "вокальный ансамбл"гә йөрөүен һөйләне. Инәлтеп тә тормай, көслө тауышы менән урамды яңғыратып йырлап та күрһәтте. Фәнис ағаһы ситтәрәк, ҡоймаға бәке ырғытҡан булып, тыңлап торҙо.
Рәйләне бынан һуң ҡала ҡыҙына йәбештереп ҡуйҙылармы ни! Иртәнән кискә тиклем Илгизә артынан бер тотам ҡалмай эйәреп йөрөй. Урманға һабын сәскәһе йыя барғанда, йылға буйында кер йыуғанда (ә әсәһе: "Аһ, тағы күлдәгеңде күгәрткәнһең бит!" — тип ҡаршылай) ҡыҙҙарҙың ауыҙынан йыр өҙөлмәй. Ҡала ҡыҙы шундай ябай ҙа, алсаҡ та булып сыҡты. Игеҙәге, һалам эшләпәһен мәтегә буяп ташлағандан һуң, бөтөнләй ҡап-ҡара ауыл малайына әйләнде.
Бер саҡ шулай, күлдәктәрен йыуып, үләнгә киптерергә һалып ҡуйғас, ҡыҙҙарҙың күҙе бер матур күбәләккә төштө. Аяҡ табандарын сәнскеле үләндән сәнстерә-сәнстерә, күбәләкте ҡыуа киттеләр.
Ҡайҙа инде ул! Күбәләк нишләп тотторһон! Ә Рәйлә ҡапыл ғына уның тураһында йыр сығарҙы. Һүҙҙәрендә мәғәнә аҙ булһа ла, көйө ирмәк кенә, күбәләк осошолай еңел. Өндәшмәй генә тыңлап килә торғас:
— Ә һиңә был йырҙы кем өйрәтте? — тип, Илгизә Рәйләгә нурлы ҡарашын төбәне.
— Бер кем дә өйрәтмәне. Мин уны әле генә сығарҙым, — тине Рәйлә вайымһыҙ ғына.
— Матур бит! Бына әй! Ҡарале, ысынмы? — Илгизә ҡат-ҡат шулай шатланып һөйләнде, Рәйләне ҡосаҡлап алды. Бер аҙ һүҙһеҙ барғас, ул яйлап ҡына әллә ниткән бөтөнләй аңлайышһыҙ нәмә әйтте.
— Һинең ағайыңдың, Рәйлә, күҙҙәре зәп-зәңгәр... Ул да һинең һымаҡ көй сығарамы?
— Әлләсе... — Ағаһының бында ни ҡыҫылышы барлығын Рәйлә төшөнмәне. — Әйҙә, һинең теге йырыңды йырлайыҡ! — тип, әхирәтенең беләгенә аҫылынды.
Караптар китәләр
Бала саҡтан бала саҡҡа.
Ҙурҙар, ап-аҡтар —
Торбалары һуҙылған артҡа...
Илгизә менән Илгиздең ҡартатаһы менән өләсәһе йылғаға төшә торған тыҡрыҡ буйындағы бәләкәй генә өйҙә йәшәй. Рәйлә һыу буйына ҡаҙ бәпкәләрен ҡыуа төшһә, ҡайтҡанда Илгизә янына инеп сыға.
— Илгиз миңә гел һине маҡтай ҙа йөрөй. Ауыл ҡыҙы булғас, бөтә эште белә, ти. Ә һин, городская, ялҡауһың, ти.
Бер көн әхирәте, иҙән йыуа-йыуа, игеҙәген битәрләп ҡаршы алды Рәйләне.
Илгизе лә мут йылмая:
— Ә һин үҙең нимә тигәнеңде әйт! Әйт, ниңә оялаһың?
Илгизә ҡулындағы иҙән йыуғысын малайға һелтәне:
— Әйтермен дә!
— Рәйләнең ағаһына ғашиҡ булдым, тип әйт!
Йыуғысын атып бәреп, Илгизә ике ҡулы менән битен ҡапланы. Рәйлә был хәлгә ни тиергә лә белмәй, көлөмһөрәгән ҡиәфәттә тороуын белде. Ғашиҡ? Ағаһына? Һуң, уларҙың дуҫлығында, уларҙың йырҙарында Фәнис ағаһының ни ҡыҫылышы бар?
Һаман бер ни ҙә аңламайынса, Рәйлә әхирәтен яҡларға кереште.
— Мин дә ағайыма, ана Илгиз шулай итә, былай итә, тип һөйләнәм ул. Ә ул мине: "Ана, Илгизә ниндәй матур, үҙен тота белә, ә һин әрпеш", — тип әрләй.
Илгизә битенән ҡулын алды. Йөҙө — таң ҡояшымы ни!
— Ысынмы? Ысын әйттеме, әхирәтем?
Рәйлә эштең бөтөнләй икенсе яҡҡа китеүен күрһә лә, һүҙенән ҡайтмай, әллә нәмәләр теҙеп китте.
— Эйе, эйе. Ул гел һине маҡтай. Ана бер тапҡыр ул һыу инергә барғанда һин тупһағыҙҙы йыуып йөрөгәнһең, ул шуны күреп, ҡайтып минән тупһа йыуҙыртты. Ул һине гел һораша...
— Аһ! Һорашамы?
— Эйе, һин өйрәткән йырҙы ишетһә, үҙе лә өйрәнергә тырыша...
Йә Хоҙай! Рәйлә әллә ни эшләне. Булмағанды ла теҙә, булғанды ла.
— Әхирәтем! — Илгизә өйгә йүгереп инеп ике ҡалын дәфтәр килтереп сығарҙы. - Бына, һиңә бүләк итәм! Өйрән! Өйрәнегеҙ. Бөтә йырҙарымды бирәм! Һин уға әйт!
Илгизә менән булған был ғәжәйеп күренеште Рәйлә, Илгиз ояла биреп тә, һағайып та күҙәтте.
Бына ҡасан башланды Рәйләнең туң йөрәгенә һынау. Илгизә ғишыҡ утында янып, көн һайын Рәйләнең ағаһынан яңы хәбәр көттө, талпынды, осоп йөрөнө. Ағайыңа шулай тиген, былай тиген, тип сәләм ебәрә торҙо. Ә Рәйлә ағаһы менән аңлашыуҙы һаман кисектерҙе. Нисек ҡапыл тотоп шул турала әйтмәк кәрәк? Башына һыйманы.
Тоҡто беҙ тишеп сығыр ваҡыт та етте, ахырыһы. Әсәһе алдында Фәнис ағаһы менән ниңәлер һүҙгә килештеләр. Әсәй янда торғас, Рәйлә батырайып китте:
— Үҙеңде бел, ана Илгизәне яратаһың бит әле! — тине.
Әлегә тиклем бәхәс был юҫыҡта бармағас, әсәһе лә, ағаһы ла өнһөҙ ҡалды.
Уңайһыҙлыҡтан, көсһөҙлөктән Рәйлә һүҙен бөтөнләй тоҙһоҙға сығарҙы:
— Илгизә миңә үҙе әйтте һине яратҡанын!
Ҡайҙа ти ағаһына Илгизәнән ул сәләм әйтеү, йыр дәфтәрҙәрен биреү, йыр өйрәнеү! Тыумаған ҡолондоң билен бына нисек һындырҙы Рәйлә! Хәҙер Фәнис ағаһына был турала нисек өндәшер? Ана бит ниндәй һауалы ҡиәфәттә ултыра! Әсәһе лә үҙ алдына йылмайып тик торасы. Бына һиңә һалам эшләпә!
Булманы инде. Илгизәнең шатлығы көн һайын һулый барҙы. Рәйлә аша ниндәйҙер хәбәр көттө. Һуң, ағаһы өсөн үҙе яҙа алмай ҙаһа Рәйлә. Ҡалын дәфтәрҙәрен тотоп, әхирәтенең күңелен йыр менән асырға теләне. Бушҡа ғына. Дәфтәрҙәрен инде онотҡайны Илгизә. Балалығынан сыға алмаған Илгиздең шуҡлыҡтары ла уның күңелен күтәрмәне.
Ҡайтып киткән сағында ҡала ҡыҙы Рәйләгә хат яҙырға һүҙ бирҙе.
— Сәйер, һин Фәнис ағайыңа бөтөнләй оҡшамағанһың, — тине ул, оҙаҡ текләп торғас. — Беләһеңме, мин һинең менән уны йышыраҡ күрер өсөн генә дуҫлашҡайным.
Илгиз шул саҡ уға ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарап алды ла "сырт" итеп төкөрөп ҡуйҙы. Унан ситкә китеп барҙы.
Ҡайтып китте мәкән танаулы, нурлы йөҙлө дуҫы Рәйләнең. Ҡайтып китте уның көйҙәренә ҡолаҡ һалыусы. Башта хат яҙҙы, хаты һайын Фәнис ағаһына сәләм күндерҙе. Һуңынан эре хәрефле зәңгәр был конверттар ҙа килеүенән туҡтаны.
Көҙ еткәс, уҡыуҙар башланғас, Рәйләнең ағаһы, ниһайәт, ғашиҡ булды. Күрше ауылдың иң моңло, көслө тауышлы йырсы ҡыҙына.
Хәҙер кем тыңлар Рәйләне? Әһә, иҫенә төштө! Избашта бит телефон бар. Избаш — ул ауыл клубының ирҙәр домино һуға торған бер бүлмәһе (элек изба-читальняла наҙандарҙы уҡытҡандар, тиҙәр инде шунда. Наҙан тигәндәре кем булалыр, уныһы Рәйләгә ҡараңғы). Көндөҙ "избаш"та кеше булмай. Иң уңайлы ваҡыт. Кемгә шылтыратырға? Эй, барыбер! Рәйлә, ҡыйыуланып китеп, клуб ишеген асты. Инеп, мөйөштә торған ҡара ялтыр телефондың трубкаһын күтәрҙе.
— Алло!
— Эйе, — тип яуап бирҙе бер йонсоу ғына тауыш трубкала.
— Минең йырлағым килә, - тине Рәйлә русса. Русса өндәшергә икәнен генә белә. Мәгәр телефонистка апай "петь" тигәнде "пить" тип ишеттеме, әллә Рәйлә үҙе шулайыраҡ әйттеме:
— Ҡайҙан алайым һуң мин һиңә һыуҙы? — тине ул, аптырап.
— Не пить, а петь!
— Ә, улаймы ни, ну йырла, улай булғас, — тине, көлөп, өлкән генә мәрйә апай.
Рәйлә бындай киң күңеллелекте көтмәгәйне. Ғәжәп, өмөт иткәйне. Ә көтмәгәйне. Тулҡынланып, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына йыр башланы.
— Йырла, йырла! — тине яғымлы тауыш телефондан.
Ҡыҙыҡай батырланып китте. Моң өҫтөнә моң өҫтәлде. Был көйҙә йәйге шаян күбәләктәр, һалам эшләпәләр, көҙгө бойоҡ япраҡтар, үҙҙәрен-үҙҙәре онотоп бейей, һикерә, талғын осоп өйөрөлә лә тағы бейей ине. Көй эсендә: "Ишет мине!" тигән, телефонисткаларға бик таныш ауаз бар ине. Ә бәлки, ул — әле генә тертләп асылған, әле генә тирткән изге һыҙланыуҙыр? Инде был йәйҙең
ҡабатланмаҫын, ә өҙөлгән юлдарҙың мәңгелеккә өҙөлгәнен аңлауҙыр. Бала саҡ менән хушлашыуҙыр, бәлки...
Рәйлә йырлап бөткәс, мәрйә апай трубканы ташламанымы икән, тип ҡолаҡ һалды.
Телефон эсенән көлөшкән, ҡул сапҡан тауыштар ишетелде.
— Рәхмәт, ҡыҙым. Ә хәҙер беҙгә эшләргә ҡамасаулама, һау бул, — тине яғымлы апай. Трубканан өҙөк-өҙөк моң һирпелде.
Күңелһеҙләнәме һуң инде быға Рәйлә, ю-уҡ, бәхеттән иҙерәп китеп күҙҙәрен йомдо ул!
Уның йырын да тыңлаусы табылды бит.

(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ